Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, квадрат метры сағыштырмаса арзаныраҡ булған фатир һатып алырға теләүселәр кәмемәй

Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, квадрат метры сағыштырмаса арзаныраҡ булған фатир һатып алырға теләүселәр кәмемәй 26.03.2015

Бының өсөн улар бар аҡсаларын әле төҙөлә лә башламаған йорттарға һала. Әлбиттә, бындай ҡулай осраҡты намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары оҫта файҙалана. Шунлыҡтан йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар  арта.  Ошондай кешеләрҙең бер төркөмө үҙ проблемаларына иғтибарҙы йәлеп иттереү өсөн сираттағы митингта сыҡты.

Ғилмановтар биш йыл самаһы элек күптәнге хыялын тормошҡа ашырам тип бар аҡсаһын йорт төҙөлөшөнә индерә. Бина ҡалҡып сығыуын сыға, әммә  вәғәҙә ителгән ҡат ни өсөндөр төҙөлмәй.  Ошондай юл менән алданыусылар Өфөлә бер Ғилмановтар ғаиләһе  генә түгел. Уларҙың барыһы ла Спорт һарайы алдында ойошторолған сираттағы митингҡа сыҡты.
Баҡалы урамындағы өс йортто сафҡа индереү өсөн барлығы 730  ғаилә үҙ аҡсаһын һала. Улар тарафынан барлығы 1 миллиард 700 мең һум  күләмендә аҡса йыйыла. Өлөшләтә ҡатнашыусыларға үҙ фатирҙарын 10 йыл самаһы көтөргә тура килә. Һөҙөмтәлә республика етәкселеге ярҙамы менән хыялдағы өйҙәр сафҡа инә. Әммә юғары ҡаттарҙа фатир алған тағы ла 177 ғаилә  алданыусылар исемлеген тулыландыра.
Фатир төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар проблемаһын хәл итеү өсөн ҡала хакимитендә махсус программа әҙерләнгән. Иң мөһиме бюджет аҡсаларын йәлеп итмәү.
Республика башлығы ҡушыуы буйынса фатир алырға йыйынған граждандарҙы  алдан иҫкәртеү саралары ҡулланыла башланы. Улар алданыусылар исемлегенә эләкмәү өсөн тәүге этапта уҡ белгестәр менән кәңәшләшә аласаҡ. Шулай уҡ   төҙөлөш ойошмаларының эшмәкәрлеге  тураһында тулы мәғлүмәтте  ҡала хакимиәте сайтында  табырға  мөмкин.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку