«Газпромнефтехим» Салауат йәмғиәтенең акрил заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

«Газпромнефтехим» Салауат йәмғиәтенең акрил заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы 28.12.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы етештереү линияһын рәсми асыу тантанаһы 1 декабрҙә үткәйне. Америка Ҡушма Штаттары, Көньяҡ Америка, Европа Һәм Төньяҡ Африка илдәре Салауат заводы продукцияһын һатып ала башлаған да инде. Бөтәһе 60 мең тоннаға яҡын продукция экспортҡа оҙатылған.

«Газпромнефтехим» Салауат йәмғиәте 30 төрҙән ашыу нефть химияһы продукцияһы етештерә. Элегерәк ассортиментта бутил спирты ла була. Әммә был өлкәлә алға киткән Ҡытай вәкилдәре Рәсәй етештереүселәрен баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Килеп тыуған хәлдә  завод етәкселеге алдында артабан ни эшләргә тигән һорау килеп баҫа. Етештереүҙе туҡтатып 300-ҙән ашыу кешене эшһеҙ ҡалдырырға, йә иһә бутил спиртын тәрән эшкәртеү буйынса яңы линия төҙөргәме? Ниһайәт, 350 кешенең эш урынын һаҡлап ҡалыуға өлгәшелә. Завод үҙ сиратында етештереү ҡеүәтен көндән-көн арттыра бара.
Араик Бабаян, «Газпромнефтехим Салауат» йәмғиәтенең һатыу бүлеге етәксеһе: «Акрил Салауат» илдә бутилакрилат һәм боҙло акрил кислотаһы етештереүсе иң зур завод. Беҙ сит ил предприятиелары ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә алабыҙ. Шуның өсөн продукция башлыса экспортҡа оҙатыла. Тиҫтәләгән ил менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ та инде».  
Акрил заводы төҙөү ниәте Башҡортостан етәкселеге тарафынан да хуплау таба. Ул республиканың «100 өҫтөнлөклө инвестиция проекты» исемлегенә индерелә. Предприятиены төҙөүгә 40 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалына. Завод етәкселеге фекеренсә, сығымдар үҙен аҡлаясаҡ, сөнки бутилакрилат һәм боҙло акрил кислотаһына бөтә доньяла һорау ҙур. Әленән үк, тиҫтәнән ашыу сит ил предприятиеһы Салауат ҡалаһындағы завод менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдергән.
Евгений Балтинский, «Акрил Салауат» заводының проект етәксеһе урынбаҫары: «Бутил спиртынан акрил кислотаһы айырыу ҡатмарлы процесс. Ул бер нисә этаптан тора. Беҙ сығарған һуңғы продукцияны ҡулланыу даирәһе киң. Ул машина төҙөү сәнәғәте, акрил буяуҙары һәм хатта, гигиена тауарҙары етештереүҙә ҡулланыла. Киләсәктә яңы етештереү линиялары булдырыу тураһында ла һүҙ йөрөтә башланыҡ».
Япония белгестәре менән берлектә төҙөлгән Акрил заводы йылына 80 меңәр тонна дымлы акрил кислотаһы менән бутилакрилат һәм 35 мең тонна боҙло акрил килотаһы етештереү ҡеүәтенә эйә. Сеймал суперабсорбент, акрил дисперсияһы һәм акрил буяуҙар эшләүҙә ҡулланыла. Етештереү процессы ҡалдыҡһыҙ. Тимәк тирә-яҡ мөхиткә лә зыяны юҡ.
Суперабсорбент боҙло акрил кислотаһын эшкәртеүҙең һуңғы циклы. Ул шәхси гигиена тауарҙары һәм подгузниктар эшләүҙә ҡулланыла.  «Газпромнефтехим» Салауат йәмғиәтенең подгузниктар етештереүҙе лә яйға һалыуы, әлбиттә икеле. Әммә Салауат ҡалаһында суперабсорбент сығарыла башлауҙың  илдә был төр продукцияны етештереүҙе яңы кимәлгә күтәреүгә шик юҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку