Аҙна яңылыҡтары. Газға күс тә, газға баҫ

Аҙна яңылыҡтары. Газға күс тә, газға баҫ 14.01.2018

Бензин эшсе халыҡтың да кеҫәһенә һуға башланы. Бер литр 95-се өсөн 40 һум сик түгел әле.   Яғыулыҡ һатыусылар акциздар ҡиммәтләнеүгә һылтанып, аҡса һуғыу яғын ҡарай.

Былай барһа барыбыҙҙы ла газға күсереп бөтөрмәҫтәр тимә. Зәңгәр яғыулыҡ бензиндан кәм тигәндә ике, ике ярым тапҡырға  арзаныраҡ. Өҫтәүенә беренсе ғинуарҙан зәңгәр яғыулыҡҡа күсеүсе автомобиль хужалары транспорт һалымын яртылаш тиерлек аҙыраҡ түләй. Нимәлә һуң газдың өҫтөнлөктәре һәм ни өсөн автоһәүәҫкәрҙәр зәңгәр яғыулыҡҡа күсергә ашыҡмай. Һорауға  яуапты хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин эҙләне
Өфө юлдарында табыш артынан ярыш барғанда транспорт сараһын бензин менән заправкалау ахмаҡлыҡ ти тәжрибәле водитель Илгиз Ғималетдинов. Ваз  -Т елеүҙәк маршрутында йөрөүсе автобусын ул тиҫтә йылдан ашыу зәңгәр яғыулыҡ менән тултыра.
Башҡортостан юлдаш телеканалы режиссеры Азамат Байсәләмов тәжрибәле автоһәүәҫкәр. Ай һайын тиерлек уға тыуған төйәге Сибай ҡалаһына юлға сығырға тура килә. Бензин хаҡы кеҫәгә һуҡһа ла , газға күсергә ашыҡмай. Бының сәбәптәре бар.
Белгестәр иһә двигатель менән бөтөнләй мәсьәлә юҡ тип билдәләй. Заманса газ ҡоролмалары зәңгәр яғыулыҡтың йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек бирә ти автомобилдәрҙе газға күсереү үҙәге инженеры Михаил Лущиков.
Тейешле ҡағыҙҙар тултырылғандан һуң белгестәр ике сәғәт эсендә автомобилде өҫтәмә ҡоролмалар менән йыһазландыра ала. Рәсми рөхсәт юллау ғына  мәшәҡәтлерәк  ти белгестәр.
Рәсәйҙә ике төр газ  мотор яғыулығы булараҡ ҡулланыла. Пропан һәм Метан. Тәүгеһе водителдәргә тиҫтә йылдан ашыу таныш. Шуға ла заправкалау станциялары йышыраҡ осрай.Ҡоролмалары ла киңерәк таралған. Был өлкәлә күберәк шәхси компаниялар эш итә.  Төп етешһеҙлек  хәүефһеҙлек менән бәйле. Ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәгән осраҡта бәләгә юл асыуы ихтимал.  Метан сағыштырмаса яңы яғыулыҡ төрө. Беҙ күнеккән тәбиғи газ  автомобилдәргә ҡойоу компрессор станцияларына бирелә. Өфөлә әле 4 урында метан тултырырға мөмкин. Әммә республикала әле был селтәр киң үҫешмәгән.  Зәңгәр коридорҙың  булмауын водителдәр етешһеҙлек  тип атай. Әммә үҫеш йүнәлеше  билдәле. Киләсәктә заправкалау станциялары һанын арттырыу ҡарала.
Башҡортостанда автомобилде газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса маҡсатлы  эш алып барыла.  Эҙмә-эҙлекле сәйәсәт һөҙөмтәһендә беренсе ғинуарҙан  транспорт  һалым ла яртылаш тиерлек кәметелде.
Башҡортостанда әле һауаны бысратыусы төп сығанаҡ булараҡ автомобиль транспорты атала. Газ-мотор яғыулығына күсеү тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметергә лә форсат бирә.  
Газ, бензинға альтернатива. Был йүнәлештә инфраструктураны үҫтереү  автомобилдәрҙе конвейрҙа уҡ зәңгәр яғыулыҡҡа яраҡлаштырыуҙы күҙаллай. Әммә баҙар иҡтисадының  ихтияж-тәҡдим ҡанунынан береһе лә баш тартырға йыйынмай. Йәғни газға күсеүселәр һаны артҡан һайын, зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡтар юғарыға үрмәләмәҫ тимә.




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку