Гараж да юҡ, аҡса ла

Гараж да юҡ, аҡса ла 12.01.2015

Стәрлетамаҡ районында йәшәүселәр бына инде тиҫтә йылға яҡын парковка төҙөтөүгә һалған аҡсаһын ҡайтара алмай. Күп ҡатлы гараж урынына күптән инде йорт ҡалҡып сыҡҡан. Ә бит барыһы ла яҡшы тамамланыр кеүек ине, тип хәтерләй алданыусылар. Аҡсалар күсерелгән, парковка ла төҙөлә башлаған. Әммә, бер көн килеп барыһы ла сәлперәмә килгән.

Солтановтар ғаиләһе төҙөлөшкә 200 меңдән ашыу аҡсаһын күсергән. 2005 йылда ике бүлмәле фатирҙың хаҡы 600 мең тирәһе булыуын иҫәпкә алғанда, был аҡсалар ярайһы уҡ ҙур сумма. Төҙөлөш тамамланһа ярай ҙа ул, ләкин Солтановтарға үҙ гаражын күрергә яҙмаған. Ә бит автомобиль ҡуйыу урыны бик кәрәк ине, ти улар. Рәүзилә Солтанова: <em>«Ихата ҙур булһа ла транспорт ҡуйырлыҡ урын юҡ ине. Хәҙер бит һәр береһендә машина бар. Бер мәл янғын сығып китте лә ҡотҡарыусылар автомобилдәр араһынан үтә лә алманы. Барыһы ла сығып машиналарын күсергәнсе һуң ине инде. Шуға ла был төҙөлөшкә ҡушылдыҡ та инде»</em>. Күп ҡатлы парковка төҙөлөшөнә эргә тирәлә йәшәүсе 50-нән ашыу кеше ҡушыла. Бер төркөм халыҡ Стәрлетамаҡтың төҙөлөш ойошмаһы менән килешеү төҙөһә, утыҙға яҡын кеше Салауаттехстрой йәмғиәте ойошторған «Юрматы» компанияһын һайлай. Дөйөм алғанда, 120 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә. Төҙөлөш тәүҙә йылдам ғына башланып китһә һуңынан эштәр тотҡарлана башлай. Төҙөлөштөң дауам итмәйәсәгенә төшөнгән халыҡ аксаһын кире ҡайтарыу юлдарын эҙләй башлай. Стәрлетамаҡтың төҙөлөш ойошмаһын һайлағандар суд аша аҡсаһын кире ҡайтарһа, «Юрматы»  компанияһына ышанғандар бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Суд халыҡҡа аҡсаларын кире ҡайтарырға ҡуша ла ул, әммә бөлгөнлөк хәлендәге компанияның түләргә бер тине лә юҡ. Уның етәксеһе вафат булған, ә әлеге етәксеһе халыҡты ишетергә лә теләмәй. Халыҡ аҡсаларын таптырып ҡаңғырышҡан мәлдә күп ҡатлы парковка төҙөләсәк ер бөтөнләй икенсе кешеләр ҡулына эләгә. Күтәрелә башлаған гараж емерелеп уның урынында торлаҡ йорт ҡалҡып сыға. Юристар әйтеүенсә, алданыусыларҙың үҙ аҡсаларын ҡайтара алыуы икеле. Был компания алдан уҡ мутлашыу ниәте менән ойошторолған һәм төҙөлөшкә аҡса индереүселәр ҙә килешеүҙә пайсылар сифатында ғына күрһәтелгән. Был осраҡта эште халыҡ файҙаһына тамамлау мөмкин түгел. Шулай ҙа ҡала хакимиәтенең «Юрматы» компанияһы эшмәкәрлеген тикшереүҙе ҡайтанан ҡуҙғатыу мөмкинлеге бар. Алданыусыларға ярҙам ҡулы һуҙыу теләге генә булһын.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика