Финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан Рәсәй Хөкүмәте социаль йөкләмәләрҙе теүәл үтәй

Финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан Рәсәй Хөкүмәте социаль йөкләмәләрҙе теүәл үтәй 01.10.2015

Ул ғына ла түгел, бөгөндән Рәсәйҙә пенсия күләме арта. Әммә был яңылыҡ барлыҡ категория граждандарына ла ҡағылмай.

Өҫтәмәгә ваҡытында хәрби структураларҙа, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, янғын инспекцияһы һәм наркополицияла хеҙмәт итеүселәр дәғүә итә. Уларҙың пенсияһы 5,5 процентҡа индексациялана. Әйтергә кәрәк, арттырылған хәрби пенсия алыу өсөн төп эш урынында хеҙмәт стажы 20 йылдан да кәм булырға тейеш түгел. Әле ил буйынса уртаса хәрби пенсия 21 мең һум тәшкил итә.
Бынан тыш, Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнөн байрам итеүгә бәйле, пенсия таратыу ваҡыты үҙгәрә. Өфө һәм Благовещен ҡалаларында, Благовещен, Кушнаренко һәм Өфө райондарында ул 7 октябрҙә - 7-һе һәм 10-ы, 8 октябрҙә - 8-ҙе һәм 11-е, 9 октябрҙә - 9-ҙы һәм 12 октябрь  өсөн таратыла.
Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың башҡа район һәм ҡалаларында халыҡ түләүҙәрҙе графикҡа ярашлы аласаҡ. Сөнки 12 октябрь почта элемтәһе ойошмалары өсөн ғәҙәти эш көнө буласаҡ. Кредит ойошмаларына аҡса 13 октябрҙә күсерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку