Финанс учреждение проблемалары 29.07.2015

"Социнвестбанк" ваҡытлыса ябылыуы хаҡында 27-се июлдә хәбәр иткәйнек инде. Был яңылыҡ унда аҡса һалыусыларҙы ҙур борсоуға һалды.  Ваҡытлыса ишектәрен бикләгән финанс учреждение әле һаман клиенттарын ҡабул итмәй. Банктың ябылыу сәбәбен бер кем аңламай, аҡсаһын алырға теләгән халыҡ берәй мәғлүмәт алыу өмөтө менән көн һайын банк тупһаһын тапауын дауам итә. Мәскәүгә мәғлүмәт бүлегенә шылтыратыу ҙа һөҙөмтәһеҙ.

Ишектә бер нисә көн элек банк шаршамбы эшләй башлаясаҡ тигән мәғлүмәт бар ине. Ә бөгөн был дата 3 авгусҡа күсерелгән. Аҡсаһын алырға теләүселәр иртәнән кискә тиклем өҙөлмәй. Клиенттар килеп ишекте тартып ҡарай ҙа, кире китә. Банкоматта ла аҡса алып булмай. Аптыраған халыҡ бергә йыйылып кәңәшләшә, банктың ябылыу сәбәптәрен асыҡларға тырыша.

Һәр кемдең үҙ фаразы. Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар үҙҙәренә урын таба алмай.
Күптәрҙең иртәгә һалған аҡсаларының срогы сыға.  Улар ҙур ышаныс менән һалған килемдәре яныуынан ҡурҡып, Мәскәүҙәге мәғлүмәт бүлеге һандарын йыя. Ләкин һөҙөмтәһеҙ.  

Клиенттар банктың урам яҡтан - төп ишек алдында тапанһа ла, учреждение эшен туҡтатмаған. Банктың артындағы, хеҙмәткәрҙәр инеп-сығып йөрөгән ишек асыҡ. Шлагбаум артында ҡиммәтле сит ил автомобилдәре теҙелгән, бында мөһим хаттар ташыған курьерҙар ҙа юлды һыуытмай.

"Социнвестбанк" 30 йыл элек барлыҡҡа килгән. Былтыр ул Өфө мөлкәтенән Мәскәүгә күсә. Банк тураһында төрлө имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Йәғни, проблемалар әллә ҡасан башланған. Кредит ойошмаһы финанстар менән хәүефле операциялар башҡарған - икенсе банктарға ҙур суммала бурысҡа аҡса биргән, улары бөлгөнлөккә төшкән. Бынан тыш, йәнәһе лә, банктың Өфөләге үҙәк офисында хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереүҙәр алып барған, улар буйынса енәйәт эштәре асылған һәм башҡалар...  

Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, финанс структураһының эшмәкәрлеге туҡтауына лицензияһынан ҡолаҡ ҡағыусы партнер банктар сәбәпсе булған. Улар ,,Рәсәй кредитбанкы", ,,М банк", һәм ,,Тула сәнәғәтсеһе" банктары. Һуңғыһына ,,Социнвестбанк" идараһы етәксеһе Сергей Тоболин 500 миллион һумлыҡ кредит биргән. Тула сәнәғәте бөлгөнлөккә төшөп бурысты кире ҡайтармаған.  

Белгестәр әйтеүенсә, аҡса һалыусыларға борсолорға кәрәкмәй. Сөнки вкладты страховкалау буйынса һәр клиент миллион 400 мең һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара аласаҡ. Шулай уҡ ҙур сумма һалған физик шәхестәр ҙә финанстарын юғалтмаҫ, тип ышандыра улар.

Банк алдындағы майҙанда клиенттар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бында фонтан ҡуйылған, тирә-яҡҡа сәскәләр ултыртылған, ял итеү өсөн урын да бар. Ләкин финанс учреждениеһында проблемаларҙы һиҙепме, әллә ҡарамағанлыҡтанмы сәскәләр һулый башлаған.

Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика