Федераль үҙәк тайм-аут алды

Федераль үҙәк тайм-аут алды 17.08.2016

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың күрһәтмәһе нигеҙендә "Башнефть" акционерҙар йәмғиәтен хосусилаштырыу билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатылып торҙо.

Үҙәк мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, ил етәкселегенең ҡарарына Башҡортостан башлығының мөрәжәғәте ҙур йоғонто яһаған. Рөстәм Хәмитов быға тиклем дә көрсөк осоронда республика һәм Рәсәйҙең ҡеүәтле энергетика предприятиеһын һатыуға сығарыуҙы бик үк дөрөҫ булмаған аҙым, тип баһалағайны. Кремлдә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдылар тип билдәләй политологтар.

"Башнефть" Башҡортостан иҡтисадының локомотивы. Әле уның 50 проценттан ашыу акциялары Рәсәй Ер мөнәсәбәтттәре һәм мөлкәт министрлығы ҡарамағында. 25 процент һәм бер акция Башҡортостанда. Миноритарийҙар иҫәбендә лә бер ни тиклем ҡиммәтле ҡағыҙҙар бар. "Башнефть" Башҡортостан ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп предприятиеларҙың береһе. Уның эшмәкәрлегенән  килгән табыш байтаҡ социаль программалар, спортты финанслауға тотонола. Дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһы нигеҙендә быйыл көҙ федераль пакет шәхси ҡулдарға  күсергә тейеш ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика