Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында йылдың тәүге яртыһында эш һөҙөмтәләр барланды

Федераль һалым хеҙмәтенең  Башҡортостан идаралығында йылдың тәүге яртыһында эш һөҙөмтәләр барланды 18.08.2016

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һалым йыйыу өлкәһендә ярайһы үҙгәрештәр ҙә  ҡаралған. «Эшҡыуарлыҡты онлайн кассаларға күсереү» - эшҡыуарҙар алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе.

Иҫәп-хисапта үҙгәрештең ыңғай яҡтары - һалым хеҙмәтендә документ әйләнеше еңеләйтеләсәк, эшҡыуарҙарҙың һәр аҙымы асыҡ буласаҡ. Был һалым инспекторҙары күҙлегенән бер ниндәй иҫәп-хисапты йәшереп булмаясаҡ тигәнде аңлата. Уның өсөн эшҡыуарға интернет селтәре аша  шәхси кабинетҡа инеп теркәлергә һәм  онлайн заявка ҡалдырырға  кәрәк.
Марат Ғилуанов, федераль һалым хеҙмәте  Башҡортостан буйынса идаралығының контроль бүлеге  баш инспекторы: «Онлайн кассаларға күсеү өс этапта башҡарыласаҡ. Һалым түләүселәр иҫке касса аппараттарын 2017 йылдың 1 февраленә тиклем ҡуллана ала. Артабан барлыҡ кассалар ҙа яңы онлайн форматта теркәләсәк.  Яңы кассаларға күсеүҙең иң һуңғы мөҙҙәте - 2017 йылдың 1 июле. Был датанан һуң иҫкесә түләүселәргә ташламалар булмаясаҡ».
Ҡатмарлы осраҡтарҙа һалым инспекцияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә эш алып бара. Бер төптән эш итеү дәүләткә килтерелгән 77 миллион һумлыҡ матди зыянды ҡайтарырға булышлыҡ иткән.
Рим Ғабдуллин, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Һалым инспекцияһы тарафынан Тәфтиш комитетына ебәрелгән тикшереү материалдарын туҡтатыу  күләме лә кәмене. Үткән йылда 30 эш туҡтатылһа, быйыл 20. Берлектәге эшмәкәрлек ыңғай һөҙөмтәләр бирә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика