Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны 23.11.2017

Башҡортостандың һалым хеҙмәте йыл башынан  төрлө кимәлдәге бюджетты тулыландырыу буйынса һөҙөмтәлерәк эшләгән. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләүгә етди иғтибар бирелә.

Сөнки милек һалымын кадастр хаҡы буйынса түләй башлау сәбәпле был тәңгәлдә халыҡты  борсоған һорауҙар күп.  Күҙәтеү эшмәкәрлеге лә яҡшырған. 9 ай эсендә  19 миллиард һумдан ашыу күләмдәге  бурыстар көйләнгән. Валюта ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса 200-гә яҡын тикшереү үткәрелгән,  улар һөҙөмтәһендә  административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында  239 протокол төҙөлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика