Фатир хаҡы арзанаймай 20.10.2015

«Комсомольская правда» гәзитендә уҙған  матбуғат конференцияһында һүҙ торлаҡ төҙөлөшө һәм ипотекаға бәйле мәсьәләләргә арналды.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, торлаҡҡа ихтыяж артһа ла, ипотека алырға теләүселәр күпкә аҙыраҡ. Төҙөлөш тармағы вәкилдәре әйтеүенсә, торлаҡ хаҡтары кәмеһә төҙөлөш ойошмалары табышһыҙ тороп ҡала.  Төҙөлөш материалдары һәм инженер инфраструктураһын үткәреүгә хаҡтар үҫеүен иҫәпкә алғанда, яңы төҙөлөп бөткән йорт үҙ хаҡына һатыла тиһәң дә була. Әле яңы йорттарҙа бер квадрат метр хаҡы  54-56 мең һум самаһы. Фатирҙар ҡала үҙәгенә ҡарағанда,  Инорс, Дим, Шаҡша биҫтәләрендә йышыраҡ һатыла. Белгестәр торлаҡты страховкаланған төҙөлөш ойошмаларынан һатып алырға кәңәш итә.
Александр Филиппов, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Закон буйынса эшләгән төҙөлөш ойошмалары төрлө ҡатмарлы осраҡтарҙан  страховкаланған. Кооператив ойошмаларҙа, граждандар, уның  ағзаһы булараҡ, барлыҡ хәүефте үҙ өҫтөнә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика