Фатирға сиратта торған барлыҡ граждандар ҙа 2025 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ 24.01.2017

Был маҡсатты ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән махсус проект та  бар. Документты Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды менән Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән.

Һәр бер кирбес торлаҡ хаҡындағы хыялдың бер өлөшө, ҡаттар күтәрелгән һайын ул яҡынайғандан-яҡыная бара. Өс подъездан торған был йорт Өфөнөң Блюхер урамында һалына, унда 200-гә яҡын ғаилә фатирлы буласаҡ. Объект социаль  программа буйынса төҙөлә. Әле подрядсы ойошма өсөнсө ҡатты күтәрә.
Альберт Йәркәев, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары «Беҙ был йортто былтыр икенсе кварталда төҙөй башланыҡ, ике подъездлы 14 ҡатлы йорт һәм бер подъездлы алты ҡатлы йорт буласаҡ. Төҙөлөш материалдары менән проблема юҡ, әле бына өсөнсө ҡатты күтәрәбеҙ, обьектты ваҡытында, киләһе йылдың икенсе кварталына өлгөртәбеҙ тип уйлайбыҙ».
Заманса материалдар ҡышҡы һалҡындарҙа ла тотҡарлыҡһыҙ эшләү мөмкинлеге бирә. Өй йәшәү өсөн уңайлы, сифатлы итеп төҙөлә.
Дмитрий Полканов, Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды етәксеһе урынбаҫары: «Социаль йорттарҙа квадрат метрҙың хаҡы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнә, был йылдың тәүге кварталына ул 37 мең 200 һум.  Был торлаҡ баҙарындағы хаҡтарҙан түбән,  шуға күрә ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, Блюхер урамында төҙөлгән обьектта фатир алырға теләүселәр исемлеге әле үк тупланған тиерлек».
Проект  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән  әҙерләнгән. Уға ярашлы, киләһе биш йылда 1 миллион 760 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш.  Программаның беренсе сиратын тормошҡа ашырыу өсөн 60 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Әле республикала 89 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора.
Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Вопрос жилья для многих стоит на первом месте. Он самый важный, особенно для горожан. У нас приняты на учёт почти 90 тысяч семей, и только около трёх процентов ежегодно получают поддержку и улучшают свои жилищные условия. Очередь растёт, это факт. Мы нацелены на то, чтобы к 2025 году в основном была решена проблема очерёдности для нуждающихся в этом».
Әлбиттә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан тыш финанстар йәлеп итеү, ипотека шарттарын ябайлашытырыу һәм процент ставкаларын кәметеү, инфраструктураны камиллаштырыу кеүек етди эштәр башҡарыу талап ителә. Шулай ҙа маҡсат буй етмәҫлек түгел. Белгестәр фекеренсә, тырышҡанда проектты тормошҡа ашырырға мөмкин. Өфөнөң Блюхер урамында төҙөлгән йорт ошо башланғыстың сағылышы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика