Фатирға сиратта торған барлыҡ граждандар ҙа 2025 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ

Фатирға сиратта торған барлыҡ граждандар ҙа 2025 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ 24.11.2016

Һәр хәлдә Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды белгестәре шулай тип өмөтләндерә. Фонд төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитеты менән берлектә махсус проект әҙерләгән.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән эшләнгән проектҡа ярашлы, киләһе биш йылда 1 миллион 760 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш.  Программаның беренсе сиратын тормошҡа ашырыу өсөн 60 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Һандар үтә лә юғары , ләкин нисек булһа ла мәсьәләне хәл итеү мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Әле республикала 89 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Уларҙы йәшәү урындары менән тәьмин итеү өсөн 4 миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөү талап ителә.
Программаны тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан тыш финанстар йәлеп итеү, ипотека шарттарын ябайлашытырыу һәм процент ставкаларын кәметеү, инфраструктураны камиллаштырыу кеүек етди эштәр башҡарыу талап ителә. Шулай ҙа программа буй етмәҫлек түгел, тырышҡанда проектты тормошҡа ашырыу мөмкин, ти уның авторҙары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку