Өфө тоннеле өс-дүрт йылдан файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфө тоннеле өс-дүрт йылдан файҙаланыуға тапшырыласаҡ 05.06.2017

Был хаҡта бөгөн проект авторҙары журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Ике федераль трассаны тоташтырасаҡ автотоннель өсөн инвесторҙар табылған, килешеү төҙөлгән. Ниндәй эштәр башҡараһы ҡалған?

Килешеүгә ҡул ҡуйылыу республика тарихына инәсәк. Ниһайәт, сирек быуатҡа һуҙылған төҙөлөш эштәренең яҙмышы хәл ителә. Ике федераль трасса: М5 һәм М7 юлдарын тоташтырасаҡ ер аҫты коридорына инвестор табылыуы хаҡында февралдә үк хәбәр иткәйнек. Хәҙер инде концессия ҡарары ҡағыҙҙа теркәлде.
Киләһе аҙым февралгә тиклем проект документтар тупланмаһын раҫлау. Бынан тыш, тоннелдә киҫкен рәүештә эшсе көстәр етмәү мәсьәләһе тора. Бөгөн йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнһә, уларҙың һанын өс тапҡыр арттырыу ҡарала. Ун биш йыл эшләүсе тәжрибәле машинист Ришат Ғәлләмов әйтеүенсә, эшселәр үҙҙәре үк төҙөлөштөң тиҙерәк тамамланыуын көтә.
Тоннель - ҡаҙыу эштәренең 40 проценты үтәлгән. Юғары темпта көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2022 йылға тамамлау күҙаллана. Инвестор төҙөлөшкә аҡса һалып, артабан 25 йыл дауамында ҡоролманы хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә ала. Сығымдарҙы ойошма түләүле  юлға килгән сығанаҡтар иҫәбенә ҡайтарырға ниәтләй.
Александр Сергеев, тоннель төҙөлөшө етәксеһе: «Иң ауыр эш терәү ҡуйыу. Әле сығыу урынына тиклем 80 метр самаһы арауыҡ ҡалды. Төп эштәрҙә бетон ҡулланыла. Ҡоролма ныҡ һәм ышаныслы булырға тейеш».
Тоннель төҙөлөшө өсөн тәүге таш уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында һалына. Әммә аҡса етмәүҙән, ер аҫты коридоры буйынса эштәр оҙаҡҡа һуҙыла. Республика тоннелде һаҡлар өсөн генә йыл һайын 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған. Хәҙер концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды, проект авторҙары өс-дүрт йылдан тоннель аша тәүге автомобиль үтәсәк, тип ышандыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку