Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүселәр башҡалаға тиклем йөрөгән микроавтобустарҙа юл хаҡының артыуына зарлана

Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүселәр башҡалаға тиклем йөрөгән микроавтобустарҙа юл хаҡының артыуына зарлана 12.09.2017

Хәҙер бер яҡҡа ғына етмеш һум. Өфөнән Булгаков ауылына тиклем иһә йәмәғәт транспортында сығымдар тағы ла күберәк китә. Ни өсөн тарифтар көйләнмәй?

Шамонин ауылынынан баш ҡалаға тиклем микроавтобустарҙа юл хаҡының артыуы, тәү сиратта, техниканы хеҙмәтләндереүгә, запас частарҙы яңыртыуға, яғыулыҡҡа киткән сығымдарҙың юғары булыуына бәйле,-ти водитель Радик Шаутдинов. Шуға ҡарамаҫтан ауыл эсендә йөрөүгә ҡуйылған хаҡ шул уҡ кимәлдә ҡалған.
Урындағы халыҡ баш ҡалаға был маршрут буйынса йыш йөрөй - берәүҙәр уҡыуға, икенселәр эшкә. «Бигерәк тә, кискеһен салон тулы пассажирҙар»,-ти улар. Хаҡтарҙың артыуын ғына хуплап ҡабул итмәйҙәр. Сөнки ике яҡҡа арыу ғына сумма килеп сыға.
Шәхси эшҡыуарҙар ойошторған маршрут та берәү генә, шуға баш ҡалала икенсе автобустарға күсеп ултырып тәғәйен урынға барыр кәрәк. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Шамонин ауылында күптәр үҙ-ара һөйләшеп, Өфөгә тиклем иртә менән юлланған машиналарҙа арзаныраҡ хаҡҡа ултырып бара. Хатта, социаль селтәрҙә махсус төркөм дә булдырғандар. Шулай ҙа һәр ғаиләлә тимер аттың булыуы биш яҡшы,-ти Шамонин ауылынан Әғзәм Ибраһимов.
Булгаков ауылында йәшәүселәр ҙә баш ҡалаға тиклем юл хаҡының юғары ҡуйылыуына зарлана. Бер яҡҡа ғына - 80 һум, сәғәт һигеҙҙән һуң тағы ла ун һумға күберәк түләргә кәрәк. Сағыштырып ҡарағанда, Өфө-Шишмә маршрутына арауыҡ ике тапҡыр күберәк, әммә сығымдар 100 һум тәшкил итә.
«Башҡортостандың эшҡыуарҙар союзы»нан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тарифтар күҙәтеү аҫтында түгел, ә пассажирҙарҙы йөрөтөүгә ҡағылған 220-се федераль закон тейешенсә үтәлмәй.
Владимир Варицкий, «Башҡортостандың эшҡыуарҙар союзы» рәйесе урынбаҫары: «Был законда тик штраф санкцияларына ҡағылышлы һорау ғына иғтибар үҙәгендә. Контролдә тотоусы органдар һәр ваҡыт язаға тарттырырға әҙер. Ә бит унда башҡа ҡағиҙәләр ҙә бар. Власть органдары  маршруттар буйынса көйләнеүсе тарифтар билдәләй ала, быға ҡушып,  шәхси эшҡыуарҙарға ла дотациялар түләнеүе мөмкин. Һуңғылары бит һәр пассажир урыны өсөн һалым түләй. Шуға әле юл хаҡына ҡуйылған хаҡтарға  аптырарға түгел».
Әлегә тик «Башавтотранс»тың йәмәғәт транспортында ғына тарифтар көйләнә. Шулай ҙа киләсәктә республикала был йүнәлештә тәртип булдырыу күҙаллана. Әлегә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Санкт-Петербургтың транспорт системалары буйынса институты менән фәнни-тикшеренеүҙәр ойоштороуға дәүләт контракты төҙөгән.
Был проект 2018 йылда әҙер булыр тип көтөлә. Уға ярашлы, йәмәғәт транспортында йөрөйәсәк айырым граждандарға социаль льготалар булдырыу ҙа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку