Өфө районында рөхсәтһеҙ ике сауҙа нөктәһе эшләгән

Өфө районында рөхсәтһеҙ ике сауҙа нөктәһе эшләгән 22.09.2016

Урындағы хакимиәт, полиция  һәм һалым хеҙмәткәрҙәренән торған ведомство-ара комиссия рейд барышында бер ҡайҙа ла теркәлмәгән ике эшҡыуарҙы асыҡланған. Уларҙың береһе тимер ҡулсалар һәм төҙөлөш материалдары менән һатыу иткән. Йәш егет инспекторҙар менән күҙмә-күҙ осрашҡас,  ғәйебен таный һәм эшҡыуарлыҡ  шөғөлөн рәсмиләштерергә вәғәҙәләй.

Данил Зарифуллин: «Төҙәләм  иҫәпкә баҫам һәм эшҡыуар булараҡ теркәләм».
Валентина Корнилова, Өфө районы хакимиәтенең финанс идаралығы белгесе: «Беҙҙең маҡсат - был ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәрен яуапҡа тарттырыу түгел, ә уларҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын аңлатыу һәм һалым органдарына иҫәпкә теркәү. Йыл башынан асыҡланған 60  процент ойошмалар һалым испекцияһында теркәлеп, ҡанунға ярашлы эшләй».
Икенсе  йәшерен эшҡыуар хатта, бәләкәй баҙар ойошторған. Ул тимер кәрәк-яраҡтары, металл-конструкциялар менән сауҙа иткән. Эше гөрләп барһа ла, урындағы бюджетты тулыландырмаған. Ә бит был сығымдарҙан районды төҙөкләндерергә булыр ине. Намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға административ  һәм һалым яуаплылығынан тыш, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.
Эльвир Закиров, Башҡортостан буйынса 30-сы район-ара һалым хеҙмәте инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары: «Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге табыш килтереү өлкәһендә һәм бюджетҡа өҫтәмә һалымдар индереүҙә  ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бындай рейдтар даими үткәрелә һәм эш киләсәктә лә  дауам итәсәк».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку