Өфө районында икеләтә байрам

Өфө районында икеләтә байрам 13.09.2016

Йөҙҙән ашыу ғаилә «Миловка паркы» торлаҡ комплексында  фатир асҡыстары алды. Төҙөлөш компанияһы тантананы фатир хужалары күңелендә онотолмаҫлыҡ итеп ойошторҙо. Торлаҡ асҡыстары менән бергә һәр милексегә бүләктәр ҙә тапшырҙы.

«Миловка паркы» торлаҡ комплексында фатир һатып алыусылар үҙ күршеләре менән ғорурлана ала. Яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡысы алыусылар араһында Пекин һәм Лондонда үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Иван Андреев та бар. Миловкала йәшәүсе спортсының быға тиклем үҙ торлағы булмаған. Хәҙер иһә Өфө районы хакимиәте ярҙамы менән ул  өс бүлмәле фатир хужаһы.
Билдәле яҡташтары менән бергә яңы фатир асҡыстарын тағы ла йөҙҙән ашыу кеше алды. Торлаҡ хужаларын тәүҙә  күршеләре һәм буласаҡ йорт менән таныштырҙылар. Ихата уртаһында балалар ҡаласығы, спорт менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары булған яңы йорт һәммәһенең дә күңеленә хуш килде.  
«Миловка паркы» торлаҡ комплексында хәҙер өс йөҙҙән ашыу ғаилә йәшәй. Төҙөлөш әле лә йылдам бара. Киләсәктә бында утыҙ меңдән ашыу халҡы булған, уңайлы, бар яҡтан да етеш,  заманса микрорайон буласаҡ.
«Миловка паркы» «КилСтрой Инвест» компанияһының социаль йүнәлешле проекты. Бында сағыштырмаса арзан хаҡҡа уңайлы һәм сифатлы торлаҡ һатып алыу мөмкин. Шулай уҡ компания федераль кимәлдәге социаль программаларҙа ла ҡатнаша. Был иһә торлаҡтың бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ төҙөлөүенә тағы бер ишара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку