Өфө нефть-газ-химия тармаҡтарының  Рәсәйҙә уҙған иң күләмле форумдарының береһендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршыларға йыйына 13.05.2016

24 майҙан алып дүрт көн дауамында Өфөлә барған күләмле сара эшкәртеү индустрияһының мөһим тармағының 10 меңләп вәкилен ҡабул итәсәк. Ҙур химия форумында Рәсәйҙең 35 төбәге һәм 12 сит илдән 400 компания ҡатнаша.  

Мәскәүҙә уҙған матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, быйыл форумда ҡараласаҡ мәсьәләләр исемлеге тағы ла киңәйә. Тармаҡ вәкилдәре үтенесе буйынса, форум тәү сиратта белгестәрҙең аралашыу майҙанына әүереләсәк.  
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, рәсәй нефть-газ химия форумын ойоштороу комитеты рәйесе: «Форумда беҙ химия тармағына ҡағылышлы мәсьәләләрҙән тыш, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть һәм газ химияһы проблемалары буйынса ла фекер алышырға теләр инек. Сөнки был мәсьәләләр шулай уҡ көн ҡаҙағында».  
Форум сиктәрендә эшләйәсәк күргәҙмә экспоненттарында ла ҡытлыҡ юҡ. Быйыл уларҙың  90 проценты  дилерҙар түгел, ә етештереүселәр. Предприятеларҙың күбеһе Өфөгә тәүгә килә.  Рәсәй төбәктәре һәм донъяның төрлө илдәренән 400-ләп компанияны бер майҙанға йәлеп итеү еңелдән түгел. Башҡортостан вәкилдәренә уларға форумдың маҡсаты һәм республика менән таныштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барырға  тура килә.  
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Рәсәй субъекты булараҡ, беҙҙең үҙ проблемаларыбыҙ бар.  Әммә Ҡытай провинцияһы йәки башҡа илдәрҙә лә сәнәғәтселәрҙе ошондай уҡ мәсьәләләр борсой. Шуға ла беҙҙең майҙанда власть вәкилдәре менән бергә  күп мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлауҙы  урынлы тип таптыҡ».
Өфө форумына сәнәғәтселәр ҙур өмөттәр бағлай. Тәү сиратта ул тармаҡ-ара диалог ҡороу мөмкинлеге.  
Геннадий Шмаль,  Рәсәйҙең нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты: «Нефть һәм газ тармаҡтары иҡтисадты этәрә алмай. Нефть-газ -химия бергә генә драйвер була ала».  
Күргәҙмә һәм эшлекле программанан тыш, форум делегаттары мәҙәни сараларҙа ла аралашасаҡ. Өфө ҡунаҡтары барыһы ла баш ҡалала ошо көндәрҙә уҙасаҡ опен-эйрға саҡырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика