Өфөнөң Орджоникидзе районында йорттарҙы торлаҡ хужалығы идаралығынан торлаҡ хужалығы берекмәһенә биреү осрағы буйынса ете енәйәт эше ҡуҙғатылған

Өфөнөң Орджоникидзе районында йорттарҙы торлаҡ хужалығы идаралығынан торлаҡ хужалығы берекмәһенә биреү осрағы буйынса ете енәйәт эше ҡуҙғатылған 16.05.2017

Бер ойошманан икенсеһенә күсергәндә фатир хужалары менән йыйылыш үткәрелмәгән, уларҙың ризалығы алынмаған, улай ғына ла түгел, документтарҙа күптән вафат булған кешеләрҙең ҡултамғалары  күрһәтелгән.

Ульяновтар урамындағы 33 күп фатирлы йортта йәшәүселәр март айы өсөн коммуналь түләүҙәр квитанцияһын икенсе ойошма исеменә алған. Йортто хеҙмәтләндереүҙә үҙгәрештәр буласағын фатир хужалары белмәгән.
Любовь Петракова, Ульяновтар урамындағы 33 йортта йәшәүсе: «Һуңғы тапҡыр коммуналь түләүҙәр өсөн килгән квитанциялар икенсе төрлө ине. Беҙ аптырашта ҡалдыҡ. Йыйылыш үткәрмәнеләр, беҙ бер ҡайҙа ла йортто хеҙмәтләндереүҙе башҡа берекмәгә күсереүҙе һорап ҡултамға ҡуйманыҡ».
Урындағылар әйтеүенсә, торлаҡ идаралығы тарафынан ошондай аңлашылмаусанлыҡ һуңғы йылдарҙа йыш күҙәтелә.
Андрей Комлев, Ульяновтар урамындағы 33 йортта йәшәүсе: «Мин был йортта 35 йыл йәшәйем. Һуңғы 3-4 йылда идарасы компания тарафынан ниндәйҙер ҡарарҙар сығарыла, әммә мин унда үҙ ҡултамғамды ҡуйғаынм юҡ. Беҙҙең ризалыҡты, беҙҙең фекерҙе һорап тормайҙар».
Быйыл февраль айынан башлап Орджоникидзе районындағы 327 күп фатирлы йорт торлаҡ хужалығы берекмәһе ҡарамағына алынған. Торлаҡ хужалығы идаралығы ла элеккесә эшләп килә, ул 500-ҙән ашыу йортто хеҙмәтләндерә. Ә берекмәлә  иҫбатлауҙарынса,  күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр яңы ойошмаға  үҙ теләге менән күскән.
Эльмира Гәрәева, Орджоникидзе районының торлаҡ хужалығы берекмәһе матбуғат хеҙмәткәре: «Торлаҡ хужалығы берләшмәһе күп фатирлы йорттар менән идара итеү хоҡуғына лицензияны былтыр октябрь айында алды.Ошо хаҡта иғлан бирелде. Беҙҙең ойошмаға күп фатирлы йортта йәшәүселәр үҙ теләге менән күсте. Тәүҙә улар йыйылыш үткәргән. Йорт старосталары  ҡултамғалар йыйып протоколдар килтерҙе».
Ҡултамғаларға килгәндә инде, нисек кенә сәйер күренмәһен, унда күптән вафат булған кешеләр ҙә йортто хеҙмәтләндереүҙе икенсе ойошмаға тапшырыуға фатиха биргән. Һәр хәлдә, Орджоникидзе районы прокуратураһы был мистик хәлдә тикшереүҙе башлаған һәм енәйәт эше асҡан.
Александр Стрельников, Орджоникидзе районы прокурорының өлкән  ярҙамсыһы «Протоколдарҙа ҡултамғаларҙың  ялған булыу билдәләренә ҡарап Енәйәт кодексының 327-се статьяһының беренсе өлөшө буйынса  ете енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Әле хоҡуҡ органдары имзаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен тикшерә».
Күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүҙә был беренсе аңлашылмаусанлыҡ түгел. Ғәҙәттә, идарасы компаниялар халыҡты үҙ ваҡытында коммуналь түләүҙәр өсөн иҫәпләшмәгәне,ә икенселәре йорттарҙа төҙөкләндереү үткәрелмәүе,йә уның сифатына һәм башҡаһына зарлана. Йомғаҡты сисеү ҡатмарлы. Ә был юлы эшкә үле йәндәрҙең дә ҡыҫылыуы осона сығып булмаҫтай хәлдә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку