Өфөнөн Черниковка биҫтәһендә иһә бөгөн яңы магистраль файҙаланыуға тапшырылды

Өфөнөн Черниковка биҫтәһендә иһә бөгөн яңы магистраль файҙаланыуға тапшырылды 07.10.2016

Юлды төҙөүгә 240 миллион һум инвестиция һалынған. Ә баш ҡала аэропортында самолеттарҙы заманса осоу-ултырыу һыҙаты  ҡабул итә башлаған. Был объекттар баш ҡала өсөн генә түгел, тотош республика өсөн дә мөһим.

Өфө аэропорты хәҙер төрлө типтағы самолеттарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.  Яңы осоу- ултырыу һыҙаты «Боинг», «Руслан» кеүек һауа транспорттарын да бер ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итә ала. Реконструция йыл ярым тирәһе дауам иткән. Төҙөлөш барышында  юл ҡатламы тулыһынса яңыртылған, заманса материалдар менән алмаштырылған. Һыҙаттың  хеҙмәт итеү ваҡыты  20 йылға иҫәпләнгән. Эш сифатын Максим Соколов та юғары баһаланы. Төркиә менән Египет  рейстары асылғандан һуң пассажирҙар һаны ла артасаҡ, тине транспорт министры. Хәбәрсе. Был заманса талаптарға яраҡлаштырылған икенсе һыҙат, ул аэропорт ҡабул иткән рейстар һанын арттырыу мөмкинлеге бирә. Баш ҡала һауа ҡапҡаһының халыҡ-ара терминалы Шос һәм Брикс саммитары алдынан сафҡа индерелгәйне.
Бөгөн файҙаланыуға тапшырылған тағы бер мөһим объект Октябрь проспектын Силәбе трассаһы менән тоташтырған юл. Ул Машина төҙөүселәр урамынан Вологодскаяға тиклем бара һәм   Интернациональ урамынының дауамы булып тора. Ике километр оҙонлоғондағы, 4 һыҙатлы яңы магистраль Өфөнөң  иң хәүефле киҫелештәренең береһендә транспорт хәрәкәтен көйләйәсәк. Черникова биҫтәһендәге был проблема 70-се йылдарҙан уҡ килә, әммә хәл итеү мөмкинлеге әле генә тыуа.  Республика башлығы юлсыларға рәхмәт белдереп,  ҡаланың был өлөшөндә төҙөлөш эштәренең артабан да дауам итәсәген билдәләне.
Объектты сафҡа индереү өсөн юлды ҡаплап ултырған 600-ҙән ашыу тимер гаражды  алып ташларға тура килә.  Юлсылар әйтеүенсә,  бында ағын һыу өсөн канализация, ярҙамсыл диуарҙар ҙа  эшләнгән. Инженер селтәрҙәрен иһә асфальт ҡатламын боҙмайынса ғына ремонтларға мөмкин.
Киләсәктә  лә юлсылар алдында оло маҡсаттар тора.  Иң ҙур проекттарҙан М-5 федераль трассаһына сыға торған тоннелде һәм Стәрлетәмаҡ-Ҡағы-Магнитогорск юлын атарға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку