Өфө мотор эшләүселәре бар донъяға хәрби авиация двигателдәренең яңы серияларын тәҡдим итә

Өфө мотор эшләүселәре бар донъяға хәрби авиация двигателдәренең яңы серияларын тәҡдим итә 27.08.2015

Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында барған «Макс-2015» халыҡ-ара авиация-космик салоны сағыу шоу ғына түгел, ҙур бизнес өсөн күләмле майҙансыҡҡа әйләнде. Форумда күп миллиардлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Был юлы Рәсәй самолеттарын Кубаға оҙатырға килешелде. МАКС авиасалоны Башҡортостан өсөн дә үҙ ҡаҙаныштарын танытыу, донъяның иң яҡшы компаниялары менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге.  Халыҡ-ара күргәҙмәне Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов барып ҡараны.

Яңыртылған был самолет хатта, бишенсе быуат истребителе менән дә ярыша ала. Су 35 С сәғәтенә ике мең саҡрым тиҙлекте алыу һәм бер юлы утыҙға тиклем сәпте күреү һәләтенә эйә. Уның йөрәген - двигателен- Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уйлап тапҡанҡар. Халыҡ-ара авиасалонда Башҡортостан конструкторҙары  яңы газ турбинаһы  двигателенең макетын тәҡдим итте.
«МАКС-2015» Халыҡ-ара күргәҙмәһен республика башлығы ла барып күрҙе. Рөстәм Хәмитов авиасалон экспозициялары, шул иҫәптән Рәсәй машиналар эшләү союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы, УМПО, КУМАПП стендтарын ҡараны. Авиасалон сиктәрендә эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә  ойошторолдо. Республика етәксеһе Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы һәм «Рәсәй вертолеттары» предприятиелары вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ республика етештереүселәренең ҡеүәтен үҫтереү, яңы техникаларҙы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында барҙы.
«МАКС-2015»   иң яҡшы йөҙөрләгән осоу аппаратын йыйған берҙән-бер авиакүргәҙмә. Халыҡ-ара форумда 600-ҙән ашыу Ватан һәм 150 сит ил компанияһы ҡатнаша. Һәм тап унда Рәсәй хәрби-һауа көстәренең ҡеүәтенә инанырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика