Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара эшсе һөнәрҙәр конкурсында ҡатнашасаҡ

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе  хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара эшсе һөнәрҙәр конкурсында ҡатнашасаҡ 29.10.2014

Ул Екатеринбургта 30 октябрҙән 3 ноябргә тиклем үтә. Милли чемпионатта Рәсәйҙең 29 төбәгенән 85 эре сәнәғәт предприятиеһы һынау тота. 200-ҙән ашыу эшсе «Иң яҡшы» тигән маҡтаулы исем өсөн ярыша.

Йәштәр эшсе һөнәрҙәргә һирәк килә, тип билдәләнде уҙған матбуғат конференцияһында. Өфөлә генә етештереүсе ойошмаларға 20 мең самаһы эшсе талап ителә. Сараның маҡсаты - ошондай һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙебеҙҙең кимәлде башҡа төбәк вәкилдәренеке менән сағыштырып ҡарау. Милли чемпионаттың тик йәштәр араһында үткәрелеүе лә уларға артабан дәртләнеп эшләргә этәргес булып тора. Элекке заман завод хеҙмәткәре менән хәҙергеһенеке араһында айырма ҙур. Сәнәғәттә юғары технологиялар ҡулланыу арта. Бәйгелә тап шундай заманса алымдар менән эш итеүселәр көс һынаша.
 Тимур Солтанов, инженер-конструктор: «Мин инженер-конструктор. Был ижади һөнәр. Булған фантазияны һалып эшләйем, уны бары дәүләт стандарттары ғына сикләй. Көн һайын тиерлек бер яңы нәмә уйлап сығарабыҙ. Беҙҙең заводта йәштәр күп. Килеп торалар, китеүселәр ҙә бар. Әммә завод йәштәр ҡалһын өсөн барыһын да эшләй. Конкурста һынатмаҫбыҙ тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку