Өфөлә «Йыл эшҡыуары – 2017» республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Йыл эшҡыуары – 2017» республика конкурсына йомғаҡ яһалды 05.12.2017

Еңеүселәр ауыл хужалығы, етештереү, эске туризм өлкәләрендә эшләгән предприятиелар, күмәртәләп һәм ваҡлап  сауҙа итеү йүнәлешендәге ойошмалар араһында айырым билдәләнде. Бәйге тәүге тапҡыр 2005 йылда ойошторола, артабан төбәктең эшлекле тормошоноң мөһим сараһына әйләнә. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторолған конкурсҡа быйыл йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителә.

Йылайыр районынан Фәрит Абдулов та бәхетен һынап ҡарай. Ҡымыҙ етештереү өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн ул махсус номинацияла еңеү яулай. Бөгөнгә йүнселдең хужалығында 143 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Эшҡыуар эшселәренә йорттар һалып та, йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам итә.
«Йыл эшҡыуары – 2017» конкурсында еңеүселәргә Дипломдар һәм махсус статуэткалар тапшырылды. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтары араһында ла алдынғылар билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку