Өфөлә ҡырҡ йыл йөрөгән иҫке трамвайҙар яңыртыла

Өфөлә ҡырҡ йыл йөрөгән иҫке трамвайҙар яңыртыла 20.02.2017

Тәүге вагонда эштәр башланған да инде. Транспортты тулыһынса алыштырыу экономик яҡтан отошһоҙ, сөнки бер трамвай хаҡы- 24 миллион һумға төшә. Шуға ла электр транспорт идаралығы етәкселеге капиталь ремонт эшләү юлын һайлаған. План буйынса нисә трамвайҙы яңыртыу ҡаралған?

Баш ҡаланың ике депоһындағы ла  трамвайҙарҙың 95 проценты техник яҡтан заман талаптарына яуап бирмәй ти белгестәр. Ҡалаға һуңғы тапҡыр 35 берәмек транспорт 90 йылдар аҙағында, 2000 йылдар башында алып ҡайтыла. Һуңғараҡ  депо тағы ла биш заманса тәпәш иҙәнле трамвай һатып ала. Уларҙа кондиционер, йылытыу системаһы бар, пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Әммә Усть-Ҡатау  трамвай заводында етештерелгән бер транспорттың хаҡы - 24 миллион һум. муниципаль электр транспорты идаралығында билдәләүҙәренсә, бүленгән 160 миллион һумға  өр-яңы алты трамвай һатып алырға йәки депола торған егермеһенә капиталь ремонт эшләргә мөмкин.
Хеҙмәткәрҙәр ышаныслы иҫке транспортты яңыртыу отошлоға төшә, тигән фекерҙә. Бөгөн «Татра» моделле трамвай төҙөкләндерелә башланған. Шуға ла бөгөн төп көс - ремонт бригадаларына төшә.
Ысынлап та, 80 йыллыҡ тарихы булған трамвайҙар өсөн пассажирҙар хәүефһеҙлеге төп бурыс. Иҫке транспорттың шулай уҡ салонын, йылытыу ҡоролмаларын алыштырыу ҡаралған. һөҙөмтәлә, иҫке вагондан ни бары 20 процент агрегат ҡаласаҡ.
Тәүге яңартылған трамвай быйыл йәй линияла йөрөй башлаясаҡ. Әммә эштәр бының менән генә туҡтап ҡалмай. Белгестәр, баш ҡалала яңы проекттар әҙерләй, шуларҙың береһе 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул ҡабаттан ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөн тоташтырасаҡ. Әммә ҡала властары проектты бойомға ашырыу өсөн республиканан ғына түгел, федераль бюджеттан да ярҙам кәрәклеген билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку