Өфөлә йәшәүселәр льготалы шарттар буйынса Булгаков ауылы биләмәһендә ер хужаһы була ала 23.05.2017

Ай башында «Булгаковтың дачалары» ҡасабаһын төҙөүсе участкаларҙы арзанға һатыу буйынса яҙғы акция иғлан иткәйне, ташламаларҙың тамамланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Төҙөлөш компанияһы етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн был ауыл биләмәһендәге ерҙәргә ихтыяж ҙур, сөнки райондың инфраструктураһы үҫешкән.

Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы директоры: «Ҡала ситендә күсемһеҙ милек һатып алыусылар араһында Көньяҡ йүнәлеш ғәҙәттәгесә, иң популяры. Бында коттедждарға ғына түгел, дачаларға ла ихтыяж юғары. Булгаков ауылы биләмәһендә транспорт инфраструктураһы уңайлы, Өфөгә яҡын, шулай уҡ эргәлә генә мәктәп, медицина пункты, магазин, сауҙа нөктәләре бар. Ер участкаларының буласаҡ хужалары киләсәктә бында йыл әйләнәһенә йәшәй ала».  
«Госстрой» компаниялары төркөмө иғлан иткән акция аҙағына яҡынлаша. Төҙөлөш компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн биләмәне тәртипкә килтереү һәм  инфраструктураны үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Юғары вольтлы электр линияларын монтажлау тамамланған.  Алдағы көндәрҙә белгестәр «Башҡортостан электр энергияһын таратыу» структураһына ҡушыласаҡ. Шулай уҡ ҡасабаға инеү һәм эске юлдарҙы төҙөкләндереү эшен дауам итеү ҡаралған, ул ҡышҡыһын туҡтатылып торғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика