Өфөлә йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә бурысы ике  миллиард 400 миллион һумдан ашып киткән 23.05.2017

Бер йыл эсендә генә ул яҡынса 15 процентҡа, йәғни 308 миллион һумға артҡан. Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында бындай хәл ремонт эштәренең ҡыҫҡарыуына, инженер ҡоролмалары селтәренең һәм күрһәтелгән хеҙмәт сифатының кәмеүенә килтерәсәк. Был турала бөгөн йылытыу миҙгеле йомғаҡтарына арналған осрашыуҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдерҙе.

Март аҙағында ҡаҙанлыҡ шартлау һөҙөмтәһендә Өфөнөң Менделеев урамындағы егерменән ашыу йорт бер нисә сәғәткә йылыһыҙ ҡалды. Күптәр тәҙрәләренән көслө боҫ бәреп торғанынан һәм кешеләрҙең йүгерешә башлауынан ҡурҡыуға ҡала. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәне. Ә бына ҡаҙанлыҡ ҙур ғына зыян күрҙе.  
Менделеев урамындағы ғәҙәттән тыш хәл һуңғы йылытыу миҙгелендәге иң ҙур авария булған. Тикшереүҙәр барышында
фажиғәнең оператор ғәйебе менән теркәлеүе асыҡланған. Әммә бар бәләне хеҙмәткәргә япһарыу дөрөҫ түгел. Бында инде эшселәрҙе  уҡытмаған етәкселектең дә ғәйебе бар, ти Салауат Хөсәйенов. Быйылғы йылытыу миҙгеленә килгәндә, ул 218 көнгә һуҙылған. Йәғни, алдағы йыл менән сағыштырғанда, яҡынса ике аҙнаға оҙағыраҡ дауам итән.  
Интернет ҡулланыусыларға тәүге тапҡыр осрашыуҙы социаль селтәрҙәр аша онлайн-режимда ҡарау мөмкинлеге бирелде. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирә алды. Күптәрҙе әлеге ваҡытта урамдарҙағы автомобиль тығындары борсоуға һала. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар бер юлы 11 участкала башланған ремонт  эштәре менән бәйле. Шуға ла водителдәргә түҙеп торорға кәңәш ителә.
Өфөлә киләһе йылға юлдарҙы ремонтлауға тағы ла күберәк иғтибар йүнәлтеләсәк. Ҡала хакимиәте бөгөндән үк 43 урамды төҙөкләндереү тәҡдимен уңышлы яҡлаған. Шулай уҡ киләсәктә  юлдарҙа ямауҙар ҙа ҡалмаясаҡ. Соҡор ҡаҙған осраҡта  яуаплы предприятие бардюрҙан-бардюрға тиклем асфальт йәйергә мәжбүр буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика