Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе ранг капитаны  Ион Мортазин инвестор эҙләй 03.12.2014

Ул ата-бабаларҙан ҡалған кәсеп - умартасылыҡты үҫтерергә теләй.  

Ион Мортазин тыуған яғы Мишкә районында ҡорт тота. Әле ҡырҡтан ашыу умартаһы бар. Күстәрҙе ике йыл элек бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дәүләттән бирелгән 300 мең һумға һатып алған. Был эштә уға ҡыҙы менән кейәүе ярҙам итә. Быйыл улар тоннанан ашыу бал алған. Ветеран  уңыштың 30-40 процентын  балалар йортона тапшырырға ниәтләй. 86 йәшлек аҡһаҡал киләсәктә кәсебен тағы ла киңәйтеү уйы менән яна. Яңыраҡ  уға Башҡортостандың  Ауыл хужалығы министрлығы умартасылыҡ өсөн ҡуртымға биш биләмә бүлеп биргән. Был майҙандарҙа эш башлар өсөн  бағыусы кәрәк, ти ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика