Өфөлә "Йәш профессионалдар" 2-се төбәк-ара чемпионаты дауам итә 14.02.2017

Бөгөн конкурста ҡатнашыусылар үҙ оҫталыҡтарын ғәмәлдә иҫбатланы. Чемпионат  бер юлы тиҫтәгә яҡын майҙанда бара.

Былтыр чемпионат 13 йүнәлеш буйынса үткәрелһә, быйыл номинациялар һаны 30-ға еткән.  Майҙанда төрлө һөнәр эйәләрен күрергә мөмкин. Егеттәр күберәк компьтерҙа төрлө программалар йыя, иретеп-йәбештерә, кирбес, таш һала.  Ә бына ҡыҙҙар инде  парикмахер, дизайнер, тегенсе, ашнаҡсы, флористика һөнәрҙәрен үҙләштерә.  Мәктәп уҡыусылары күберәк робот, самолет моделдәре йыйыу менән мауыға.  Йәш оҫталарҙың кимәлен абруйлы эксперт комиссияһы баһалай. Чемпионатта ҡатнашыусылар фекеренсә, бөгөн эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Урта һөнәрселек уҡыу йорттарын тамамлаусылар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмай. Мәҫәлән, Аэлита Әхмәҙинурова, киләсәктә технолог булыу хыялы менән яна, бәләкәй саҡтан бешеренергә яратам, ти  ул.

Чемпионаттың төп маҡсаты эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, иғтибарҙы арттырыу.  Сөнки бөгөн күп йәштәр юғары уҡыу йорто тамамлап та  эш таба алмай. Конкурс еңеүселәре Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Был этапты уңышлы үтеүселәрҙе иһә Берләштерелгән Ғәрәм Әмирлектәрендә финал ярыштары көтә. Донъя стандарттары  менән танышыу  уҡытыу системаһын яңы алымдар менән байытыр  тип көтөлә. Сөнки  урта махсус белем биреү өлкәһендә лә яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, заманса эш алымдары үҙләштерелә. Уҡытыусылар әйтеүенсә, теге йәки был һөнәр тураһында интернет йәки китап аша мәғлүмәт алыу ғына етмәй, үҙ күҙҙәрең менән  күреү яҡшыраҡ. Шуға күрә быйыл чемпионатҡа   төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу өсөн мәктәп уҡыусылары ла саҡырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика