Өфөлә йәрминкәләр миҙгеле асылды

Өфөлә йәрминкәләр миҙгеле асылды 20.08.2016

Бөгөн сауҙа өс майҙанда ойошторолдо. Уларҙың иң күләмлеһе спорт һарайы алдында  үтте. Шәхси хужалыҡ тотоусылар, фермерҙар,умартасылар ҡала халҡын быйылғы мул уңыш менән шатландырҙы.

Биш һыйыр аҫрайбыҙ,бәрәңге.йәшелсәләр үҫтерәбеҙ, шуның менән йәшәйбеҙ.
Шәхси хужалыҡтар, фермерҙар бөгөнгө йәрминкәне күптән көткән. Ҡала халҡы ла экологик яҡтан таҙа продукция һатып алыу маҡсатында йәрминкәләргә ағыла. Осһоҙ һәм сифатлы йәшелсә-емеш һайлаусылар ҡуйылған хаҡтарҙан ҡәнәғәт.
Ғәлиә Заһиҙуллина: «Беҙҙе хаҡтар ҡәнәғәтләндерә, йәрминкә бик бай һәм матур, бөтә нәмә бар, һайлап алырға була. Килешһәң хаҡтарын да төшәләр, мул уңыш үҫтереүсе шәхси хужалыҡ тотоусы кешеләргә һәм фермерҙарға иҫәнлек теләйбеҙ,киләһе йылда ла мул уңыш алһындар».
Был павильонда йәшелсә-емешкә  хаҡтар иң түбәне. Кәбеҫтәнең килограмын 15, кишерҙе 30, картуфты 20 һумдан  һатып алырға була. Уның хужаһы Ольга Ким  биш йылдан ашыу шәхси хужалыҡ тота. Ете гектар ерҙең өсәүендә генә йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Быйыл ҡоролоҡ булыуға ҡарамай, ярайһы уңыш алғандар.        
Ольга Ким, «Балышлы» крәҫтиән фермер хужалығы  етәкесеһе: «Беҙ Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Балышлы ауылында  йәшәйбеҙ. Һауа шарттарының эҫе тороуы һөҙөмтәһендә бөтә йәшелсәләр ҙә иртә өлгөрҙө. Бигерәк тә помидорҙан мул  уңыш алдыҡ. Уны һатыу ауырыраҡ».
Башҡортостан умартасылары йәрминкәлә бал продукцияһын тәҡдим итә. Улар  араһында гәрәбә төҫтәгеһе лә, йүкә балы һәм сәскә балдары ла бар.Архангель районы Убалар ауылынан килгән Дмитрий Кузнецов янынан халыҡ өҙөлмәй.  
Александр Кузнецов, Архангел районы Убалар ауылында йәшәүсе умартасы:
«Быйыл тоннаға яҡын бал алдым. Әлегә халыҡ хаҡтарҙы барлай,сауҙа уртаса бара».
Ғафури районы Кесе Үтәш ауылы умартасыһы Рәшит Шәрипов өсөн дә быйылғы  йәй уңышлы булған.
Борай районынан Баһмановтарҙың сауҙа рәттәренә лә халыҡ әүҙем бал һатып ала. Танып буйҙары болондарынан йыйылған сәскә балын махсус рәүештә күпләп һатып алыусылар ҙа бар.
Гөлшат Ғилманова: «Балдары яҡшы, сәскә балын дүрт банка һатып алабыҙ, хаҡы бер өс литрлы банкаһы -мең өс йөҙ һум».
2015 йылда ауыл хужалығы йәрминкәләре 2800 тапҡыр үткәрелһә, быйыл уларҙың һаны 9400 -  етәсәк. Ауыл хужалығы тауарҙары менән йылдам  сауҙа итеү көрсөктән сығыуҙы ла еңеләйтәсәк.
Ауыл хужалығы йәрминкәләрен Республиканың   22 ҡала һәм райондарында аҙна һайын ойошторолоу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку