Өфөлә тағы бер йылылыҡ-энергетика үҙәге төҙөләсәк

Өфөлә тағы бер йылылыҡ-энергетика үҙәге төҙөләсәк 06.07.2015

Яңы объект баш ҡаланың Затон биҫтәһендә һалына. Комплексты сафҡа индереү менән  «Интер Рао»   энергетика  холдингы шөғөлләнәсәк, инвесторҙар 10 миллиард һум аҡса йүнәлтергә иҫәпләй.  Бөгөн төҙөлөшкә рәсми старт бирелде.  Тантанала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, «Интер Рао»  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе  Борис Ковальчук  ҡатнашты.

Сәғәттәр әҙер иҙмәгә  һалына, эш башлаусыларҙың ҡул арты еңел булһын өсөн. Энергетиктарҙа   ошо йоланы үтәгәндә төҙөлөш уңасаҡ тигән ышаныу йәшәй.   Һөнәр эйәләре бөгөн дә үҙ ғәҙәттәренә тоғро ҡалды. Сөнки Өфөнөң Затон биҫтәһендәге йылылыҡ-энергетика станцияһы күптән көтөп алынған объект. Бында төҙөлөш   2008-се йылда уҡ башланған була, әммә 5 йыл элек   финанс проблемалар менән бәйле эш туҡтатыла.  Республика етәкселеге энергетика компанияһы менән берлектә төҙөлөштө йәнләндереү буйынса оҙайлы эш алып бара.  Һәм бына һөҙөмтә күҙ алдында,  станцияны төҙөүгә старт бирелде.
Үҙәк минималь сығымдар менән сафҡа индерелә,  әммә был сифат аҡһай тигәнде аңлатмай.  Станция Рәсәй  предприятиеларының заманса ҡоролмалары  менән йыһазландырыласаҡ. Затон   станцияһының ҡеүәте  440 мегаваттҡа иҫәпләнгән. Яңы үҙәк республикала электр энергияһына  ҡытлыҡты кәметеүҙән,   Ағиҙелдең һул ярында яңы биҫтәләр ҡалҡып сығыуға ла этәргес яһауҙан тыш импорты алмаштырыу йәһәтенә дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Яңы электр станцияһында 200-ҙән ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителергә тейеш. Инвесторҙар объектты сафҡа индереүгә 10 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй,  тәүге  электр энергияһы теүәл йыл ярымдан, 2016-сы йылдың  декабрендә ебәрелә башлай.
Рәмзиә  Кәримов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика