Өфөлә сираттағы пирамида эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр бар 02.02.2015

Уға аҡса һалып алданыусылар  һаны 200-гә еткән. «Дуҫтар» клубы исеме аҫтында эш итеүсе ойошма ҡармағына эләгеүселәр араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә етерлек. Билдәле булыуынса, пирамида Америка системаһы буйынса эшләгән. Клубта ҡасандыр эшләп китеүсе ҡатын әйтеүенсә,  хеҙмәткәрҙәр  бер төркөм кешене электрон системаға индермәгән.

Утыҙ ике мең һум аҡсаңды һал да йөҙ егерме итеп ҡайтарып ал. «Дуҫтар клубы» клиенттарға ошондай вәғәҙәләр бирә. Йәнәһе,  дуҫтар бер-береһенә аҡса бүләк итә, һәм фекерҙәштәрен күбәйтеүсе кеҫәһен ҡалынайта.  Һәр кем үҙе менән ике кеше алып килергә бурыслы.  Һәр кеше артында дүртәү торорға тейеш.  Ошондай юл менән ойошма үҙенә клиенттар туплай.  Пирамида ҡорбандары араһында һаңғырау-телһеҙҙәр ҙә бар.
Лариса Василевская, зыян күреүсе: «Мин ике кеше алып килдем. Ә улар артабан уйнамаған. Утыҙ ике мең һум аҡсамды ят кешеләргә бүләк иттем булып сыға».
2012 йылда  Лариса Василевскаяны танышы ҡунаҡҡа саҡыра һәм  еңел юл менән ҙур аҡса алып булыуы хаҡында һөйләй. Бер ҡатлы ханым уға ышана.  Клиент менән бер ниндәй ҙә  килешеү төҙөлмәй. Электрон вариантта теркәләһегеҙ тип аңлаталар.
Валерий Шәрипов, финанс омбудсмены: «Минеңсә, был осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатырға мөмкин. Приамида билдәләре бар,  һәм мутлашыу тип ҡарарға була. Кешеләр үҙ теләге менән  һәр төрлө ойошмаға аҡса тапшырғанда уның Үҙәк банкта теркәлгәнме-юҡмы икәнен тикшерһендәр ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика