Өфөлә республикала тәүге кооператив кибет асылды

Өфөлә республикала тәүге кооператив кибет асылды 23.01.2018

Ул Нуғай ҡасабаһында урынлашҡан.  Магазинда меңләгән  ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәре, шул иҫәптән «Башҡортостанда эшләнгән» маркаһы аҫтында сығарылғандары ла бар.  Ит, һөт, ҡаймаҡ, икмәк,йәшелсә, бәшмәк һәм ярымфабрикаттар.

Әлегә кәштәләргә 12 ауыл хужалығы предприятиеһы - кооператив ағзалары продукцияһы  ҡуйылған.  Әммә, учредителдәр әйтеүенсә, был күрһәткес арта барасаҡ. Йыл аҙағына кооператив етештергән аҙыҡ-түлек күәлмен 80 процентҡа еткереү күҙаллана.  
Элек төбәктең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре үҙҙәренең тауарын ҙүр күләмдәр талап иткән эре сауҙа үҙәктәрендә һатыу мөмкинлеге булмауға зарланды. Етмәһә, урындағы продукцияны етештереүселәрҙән кәштәләргә еткереүсе аралашсылар арҡаһында ла тауар хағы уртаса тағы ла 15-20 процентҡа арта ине.  Кооператив кибет асыу хаҡтарҙы кәметеү мөмкинлеге бирә. Кооперативта сауҙа итеү өсөн аграрийҙар унда ағза булып инергә тейеш.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку