Өфөлә ике йөҙҙән ашыу кеше торлаҡ өсөн иғәнә тапшырып, фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған 23.06.2017

«Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында бер-нисә йыл дауамында йорттар файҙаланыуға тапшырылмай тора, ә торлаҡ өсөн тулайым хаҡ түләүселәр туғандарында һәм ҡуртымға алған фатирҙарҙа йәшәргә тейеш. Төҙөүсе кампания банкротлыҡҡа һылтанып, бөтә эштәрҙе лә туҡтатырға мәжбүр булған. Ә төҙөлөп бөткән йорттар коммуникация үткәрелмәү сәбәпле, файҙаланыуға тапшырылмай. Халыҡ  күпме ваҡыттан һуң үҙ фатирҙарында йәшәй башлаясаҡ?

Фатир хужалары иртә менән тәүге йыйылышты көткән. 240 алданған хужаларҙың яртыһынан күберәге килгән. Ара-тирә билдәһеҙлектән тамам арыған кешеләр ҡысҡырып һөйләшеүгә лә күсте.
Өс йыл эсендә бындағы фатирҙарҙың 95 проценты һатылып бөткән. Әммә фатир хужалары үҙ торлаҡтарына әле һаман инә алмай. Төҙөүсе халыҡтың аһ-зарын ишетергә лә теләмәй һәм был йыйылышҡа килеүҙе лә  кәрәк тип тапмаған.
Төҙөүсе-компания менеджерҙарының алдан уйланылған  һәм бер яҡлы яуаптары башта ысынға алынманы. Был үҫешкән инфрастурктуралы күләмле проект тиҙ арала төҙөлөп бөтөп файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған.
Әммә ярты йыл элек  судтар башлана  һәм һуңғараҡ төҙөүсе банкорт тип иғлан ителә. Аҡсаһыҙ ҙа, фатирһыҙ ҙа ҡалған халыҡ ике ут араһында. Уларҙың яңы фатирҙа матур тормош башлау хыялы ғына селпәрәмә килә.
Һигеҙ йәшлек Элина Закирова ата-әсәһе  торлаҡ һатып алғас бик ҡыуана. Әммә бында әлегә бер кем дә өй туйлай алмаған. Ҡыҙ бала  һәм уның ата-әсәһе өсөн иң мөһиме -уйын майҙансығы булған уңайлы , йылы йортҡа күсеү.
Элина Закирова: «Был ерҙән фатир алғанда балалар майҙансығы ла төҙөләсәк тип вәғәҙәләгәндәр. Әммә беҙ йортҡа  һаман күсә алмайбыҙ. Мин үҫеп бөткәс, уйын майҙансығының кәрәге лә булмаясаҡ».
Кооператив рәйесе бындай сетерекле хәлдән сығыу юлы бар тип ышандыра. Коммуникациялар үткәреү, үҙ ҡаҙанлығын булдырыу, төҙөлөш һәм хеҙмәттәр өсөн өҫтәмә аҡса йыйыу. Йә булмаһа ошо төҙөлгән йорттарға ҡат өҫтәргә һәм төҙөлгәндәре эргәһенә яңыларын һалыу. Әлегә өсөнсө ҡаттан тыш дүртенсеһе лә күтәрелгәне күҙәтелә. Тимәк, инвестицияларҙы йәлеп итеүгә  ышанып барыусы халыҡтан аҡса йыйыу маҡсатында быны төҙөүсе үҙ белдеге менән эшләй.
Рөстәм Ханафин, төҙөлөш кооперативы рәйесе: «Төҙөлөштә коммуникация үткәреү өсөн аҡса кәрәк. Минең иҫәпләүҙәр буйынса ул 55 миллион һум самаһы. Торлаҡ өсөн миллиондарын индереүселәр өҫтәмә рәүештә 150-200 мең һум аҡса түләмәйәсәк бит. Шуға күрә лә торлаҡты акционерҙар ҡармағына тапшырырға кәрәк».
Теге йәки был төҙөлөштө һайлаусы халыҡ, йорт тиҙ арала  төҙөләсәк тигән  ҡапҡанға эләгә. Төҙөүсе компания эшмәкәрлеге  менән ризаһыҙ кешеләр бер төркөмгә тупланып, торлаҡ  проблемаһын хәл иткәнсе , юғары инстанцияларға ла мөрөжәғәттәр ебәреүҙән туҡтамаясаҡ.
«Башҡортостан сәскәләре» эргәһендә түбән ҡатлы йорттарҙан фатир һатып алыусылар бер-нисә йыл ике ут араһында ҡалған. Улар үҙ фатирҙары өсөн күптән иҫәпләшкән. Ә 200 -ҙән ашыу кеше фатир асҡыстарын алмаған һәм ҡасан алыры ла билдәһеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика