Өфөлә Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре эшҡыуарҙары осрашты

Өфөлә Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре эшҡыуарҙары осрашты 30.03.2016

Өс төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә ойошторолған бизнес форумда төбәк-ара эшҡыуарлыҡты үҫтереү, берҙәм проекттар булдырыу мәсьәләләре тикшерелде

Өс төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе туҡһанынсы йылдарҙа уҡ төҙөлгән. Иҡтисади көрсөк һәм импортты алыштырыу сәйәсәте барған осорҙа эшлекле бәйләнештәрҙе тағы ла әүҙемләштереү талап ителә. Форумды ойоштороусылар әйтеүенсә, төбәк-ара эшҡыуарлыҡ конкурентлы мөхиттә түгел, ә бер-береһен тулыландырыу маҡсатында эш итә. Унда ҡатнашырға Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, төҙөлөш һәм туризм өлкәһе вәкилдәре килгән.
Амур Хәбибуллин, Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиле: «Өс төбәк араһында хеҙмәттәшлек итеү өсөн төрлө уңайлыҡтар бар. Логистика, уртаҡ проекттар һәм башҡалар. Импортты алмаштырыу осоронда төбәктәрҙә етештерелеүсе бер генә тауар ҙа һатылмайынса ятырға тейеш түгел. Бәлки, беҙгә кәрәк әйберҙәр башҡа төбәктәрҙә күҙгә салынмай яталыр. Был осрашыуҙа эшҡыуарлыҡтың һәр өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдарын барлаясаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку