Өфөлә бәләкәй метражлы фатирлы йорттар проекты экспертиза үтте

Өфөлә бәләкәй метражлы фатирлы йорттар проекты экспертиза үтте 17.04.2015

Уға ярашлы, тиҙҙән Черниковка биҫтәһенең  Ҡулса урамында 20 квадрат метр фатирлы йорттар төҙөлә башлай.

Фатирҙарҙың хаҡы бер миллион һум самаһы буласаҡ. Ташламалы ипотеканы файҙаланғанда, тәүге иғәнә 200 мең һум кимәлендә билдәләнә, айлыҡ түләүҙәр 10 мең һумдан да артмаясаҡ. Шуны билдәләргә кәрәк: тиҙҙән Өфөлә ипотеканы йылына 7-8 процент менән  алырға мөмкин буласаҡ. Бындай уңайлыҡты «Ҡала кешеһе» программаһы күҙ уңында тота.
Владимир Барабаш, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле: «Был Рәсәйҙәге пилот проекты. Барыһы ла килеп сыҡһа, Өфө бөтә илгә билдәле буласаҡ. Ошо программа ярҙамында баш ҡала халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү һәм  төбәктең төҙөлөш баҙарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре хәл ителер тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку