Өфө үҙәгендә трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте тулыһынса туҡтаны

Өфө үҙәгендә трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте тулыһынса туҡтаны 28.11.2017

Быға тиклем бер-нисә маршрут ҡына рейстан алынғайны. Башҡаланың төнъяғында һәм эргә тирәләге биҫтәләрҙә электр транспорты йөрөүе туҡтатылмаған. Сәбәп билдәле. Электр транспорты идаралығының миллиондарса бурысы барлыҡҡа килгән. Мәсьәлә ҡасан хәл ителәсәк һәм трамвайҙар маршрутҡа сығырмы?

Ғүмер буйы трамвайҙа йөрөп өйрәнгән  халыҡ бөгөн дә тимер юлы буйына сығып баҫҡан. Күптәр электр транспорты хәрәкәтенең туҡтатылыуын белмәй ҙә. Көтә-көтә трамвай килмәгәс улар тоҡсайҙарын һөйрәтеп автобус туҡталҡаһына юлланырға йәиһә такси саҡыртырға мәжбүр булды.
Быға тиклем трамвай һәм троллейбустарҙың бер нисә маршруты ғына хәрәкәтен туҡтатһа, хәҙер иһә Өфө үҙәгендә йөрөүсе барлыҡ электр транспорты ла рейстан алынды.
Маршрутҡа сығыр  ине лә электр тогы юҡ. Уның ҡарауы бурысы бар электр транспорты идаралығының. Тап шуның өсөн  туҡтап ҡалған  да инде трамвай һәм троллейбустар.
Анна Зиннәтова, Башҡортостан энергия һатыу компанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш төркөмө етәксеһе: «Электр транспортын идаралыҡтарының  ике йөҙ миллион һумдан ашыу бурыс барлыҡҡа килде. Шуға күрә электр уты менән тәьмин итеүсе предприятие трамвай һәм троллейбустарҙың хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр булды».
Электр транспорты йөрөмәгәс хеҙмәткәрҙәр ҙә эшһеҙ ҡалған. Идаралыҡ уларҙы ялға ебәрергә ҡарар иткән. Шулай ҙа эшһеҙ ултырыу  оҙаҡҡа түгел, тип ышандыра етәкселек. Проблеманы хәл итеү юлы төҫмөрләнгән.
Радик Зарипов, муниципаль электр транспорты идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Электр транспорты идаралығының бурысы 32 миллион тирәһе генә. Ҡалғаны беҙҙеке түгел. Әле мәсьәләне хәл итеү буйынса кәңәшмә үтте. Ошо арала аҡса табыласаҡ һәм бурыс ҡапланыр тип көтөлә. Һуңынан электр транспорты хәрәкәте тергеҙеләсәк».
Ә әлегә трамвай маршруттары урынына автобустар йөрөйәсәк. «Башавтотранс» предприятиеһы өҫтәмә маршруттар әҙерләй. Юл хаҡы пенсионерҙар өсөн ҡиммәтерәк, уның ҡарауы автобустар туҡылдамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку