Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектале сценарисы Ярослава Пулинович килде

Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектале сценарисы Ярослава Пулинович килде 30.01.2018

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең премьераһы  былтыр ноябрҙә булды.

Аншлаг менән барған әҫәрҙең сценарисы, Екатеринбургта йәшәүсе драматург Ярослава Пулинович  менән  театрҙа осрашыу ойошторолдо. Пьесаны башҡорт теленә Хөрмәтулла Үтәшев тәржемә иткән.  Башҡорт театрында Ярослава Пулиновичтың быға тиклем «Йәнем иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле лә ҡуйылғайны. Драматург ижади әҫәрҙәрен  сәхнәлә ҡарап ҡайтмаҡсы.  
Ярослава Пулинович, драматург: «Романды уҡығанда уҡ сәхнә йәки кино өсөн ниндәй яҡшы әҫәр тип уйлап ҡуйғайным. Бер ай үттеме юҡмы, миңә Айрат Абушахманов сценарий кәрәк тип шылтыратты. Ижад эше ҡатмарлы ғына булды, әммә беҙ уны атҡарып сыҡтыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку