Етемдәргә – торлаҡ

Етемдәргә – торлаҡ 16.12.2017

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһы ярҙамында Әбйәлил районында 7 кеше йортло булды. Торлаҡ тыш яҡлап та матур, фатир эсендә лә йылы һәм яҡты. Төҙөлөштә ҡулланылған заманса материалдар ҙа йәм өҫтәй. Социаль объектты ҡабул итеүселәрҙең сифат буйынса дәғүәләре юҡ.

Йорт туйлау уңайынан төбәк эшҡыуарҙары етемдәргә ярҙам йөҙөнән бүләктәрен дә тапшырҙы. Әлеге ваҡытта Әбйәлил районында 118 бала торлаҡҡа сиратта тора. Йыл да дәүләт программаһына ярашлы тиҫтәләп етем йортло була. Сиратты кәметеү менән бергә төбәктең опека һәм попечиллек бүлеге белгестәре төрлө ойошма ағзалары менән берлектә профилактик саралар алып бара. Маҡсат -социаль етемлекте кәметеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку