Ете ай йылынабыҙ ҙа, йыл әйләнәһенә түләйбеҙ тигән һорау менән аптырағанығыҙ барҙыр

Ете ай йылынабыҙ ҙа, йыл әйләнәһенә түләйбеҙ тигән һорау менән аптырағанығыҙ барҙыр 25.09.2016

Был алым ҡалған биш айға бушҡа түләйбеҙ тигәнде аңлатмай, ни бары коммуналь түләүҙәрҙе нисек тә булһа йомшартыу маҡсатында эшләнгән. Һәр хәлдә, шулай тип аңлаталар. Хәҙер бына күпме  йылынаһығыҙ шул ваҡытта ғына түләйәсәкһегеҙ  тип иҫкәртәләр. Яҡшығамы был яңылыҡ, әллә отолабыҙмы?

Рәсәй Хөкүмәтенең 354-се ҡарарына йылылыҡ өсөн түләү тәртибен үҙгәртеү пункты йыл һайын тиерлек индерелеп килә. Тик уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге генә булмай. Сөнки күп ҡатлы йорттарҙа йылыны иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйылып бөтмәгән була. Өйҙәрҙең 60 процентына приборҙар ҡуйып сыҡҡас яңылыҡты индереү ниәте йәнә ҡалҡып сыға. Йәғни фатир хужалары йылы өсөн йылытыу миҙгеле барышында ғына түләй, йәй иһә был графа бөтөнләй юҡҡа сығарыла. Әле беҙ йылылыҡ өсөн  ун ике айға бүлеп, йәғни йыл әйләнәһенә түләй инек.
Йылы өсөн хаҡ торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең 35 процентын тиерлек, йәғни төп өлөшөн  алып тора. Белгестәр яңы  алым бик отошло тип иҫәпләй. Сөнки барыһы ла асыҡ буласаҡ, халыҡ тотонолған энергия өсөн генә иҫәпләшә.  Идарасы компанияларҙың мутлашыуҙарына ла кәртә ҡуйыла. Әле халыҡтан йыйған аҡсаны ресурс компанияларына ебәрмәүселәр ҙә бар, яңы схема буйынса тикшереү өсөн йыл аҙағын көтөргә кәрәкмәй.
Яңы схеманың әлбиттә плюстары ғына түгел минустары ла бар. Мәҫәлән, йылытыу миҙгеле барышында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ бер ярым тапҡырға арта, аҙ тәьмин ителгәндәргә бирелгән компесация был сумманы ҡаплай алмай, ә 5 айҙа был аҡса бөтөнләй күсерелмәй.
Йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы схемаһы әле системаға асыҡлыҡ индереүҙе маҡсат итеп ҡуя, йәғни фатир хужалары  тотонған энергия өсөн  генә түләргә тейеш. Әммә белгестәр  яңы алымдың кире яҡтары булыуын да инҡар итмәй. Улар эш барышында төҙәтелергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку