Эштән ҡыҫҡартыуҙар, хеҙмәт урындарының етешмәүе күптәрҙе һынау алдына ҡуя 05.09.2016

Берәүҙәр юғалып ҡала, ә йүнселдәр үҙ эштәрен асырға йөрьәт итә. Дүрт-биш йыл эсендә ҡыйыуҙар үҙҙәрен баҙар иҡтисади шарттарында һынап, мөмкинлектәрен киңәйтә. Ундайҙарға дәүләт ярҙамы ла ыңғай булышлыҡ итә.

Бынан дүрт йыл элек бер юлы тормош иптәше менән эшһеҙ ҡалғас, Лидар Әхтәмов Халыҡты эш менән тәьмин үҙәге аша туризм йүнәлешендә үҙ эшен башлай. Урманды ҡуртымға алып, балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт-туристик базаһын ойоштороп ебәрә - төрлө уйындар өсөн махсус ҡоролмалар, ял итеү әйберҙәре алына. Эште башлап ебәреүгә, ул, тәүҙә Старп-ап программаһы буйынса дәүләт  ярҙамы, унан  лизингҡа «Газель» автомашинаһын алыуға өлгәшә.
Гөлдәриә Фәтхетдинова спорт-туристик базаһында тыуған көнөн билдәләй. Матур тәбиғәт ҡосағында дуҫтары менән бергә күңел асыу, уйындар уйнау- байрамға тағы ла йәм өҫтәй. Айырыуса, бауҙан яһалған комплекс. Ерҙән өҫтә, ағастар буйлап йөрөү балаларҙа яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Бындай бау ҡоролмаһы Урал аръяғы төбәгендә берҙән-бер, ул махсус рәүештә Пермь ҡалаһынан алына.
Спорт туристик база йәйге көндәрҙә урман эсендә эшләһә, ҡышҡы көндәрҙә иһә тауҙа санала шыуыуҙы ойоштора. Урындағыларҙың ғына түгел, башҡа район халҡының ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн эшҡыуар бар шарттар тыуҙырырға тырыша.
Дәүләт башланғысы менән ойошторолған бәләкәй эш йүнселдең тырышлығы менән бөгөн ҙур мөмкинлектәрҙе барлай. Ваҡытлыса заман технологияларынан арындырып, халыҡтың ял минуттарын файҙа менән үткәреүгә бағышланған  йүнәлеш киләсәктә халыҡты тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәтләндәрәүгә өлгәшер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика