Эштәге ҡыҫҡартыуҙарҙан ҡотҡарыу түңәрәге

Эштәге ҡыҫҡартыуҙарҙан ҡотҡарыу түңәрәге 13.09.2016

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү маҡсатында республиканың тиҫтәнән ашыу предприятиеһында хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса бушлай курстар ойошторола. Шул иҫәптән Шишмә районы Әлкә-2 ауылындағы эш кейемдәре комбинатында ла махсус уҡыуҙар тамамланды.

Автоматлаштырылған сигеү машинаһының уңайлыҡтарына тегенселәр ҡыуанып бөтә алмай. Эш кейемдәре комбинатында барыһының да хеҙмәт стажы ҙур, ә йыл башында ҡыҫҡартыуға эләгеү хәүефе юғары була. Предприятиела квалификацияны күтәреү курстарының ойошторолоуы - киҫкен проблеманы төптән хәл итә. Күптәр белемен камиллаштырып, шул иҫәптән әлеге ҡеүәтле техника менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеп, диплом ала.
Комбинатта кейем бесеүселәр өсөн дә ике ай ярымлыҡ курстар ойошторола. Ун йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Гөлфиә Исмәғилева ҡыҫҡа ваҡыт эсендә квалификацияһын күтәреүенә ҡәнәғәт. Цехҡа килтерелгән яңы ҡорамалдарҙа ул хәҙер тиҙерәк эшләй, тәжрибә лә күберәк.
Әлкә-2 ауылындағы эш кейемдәре кобинатында барлығы 167 кеше квалификацияһын күтәргән. Тегенсе, кейем бесеүселәрҙе бушлай уҡытыу мөмкинлеге иһә федераль программала ҡатнашыу һөҙөмтәһе.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре ике сменаға бүленеп эшләй, шуға уҡыу эш процессына ҡамасауламай. Киреһенсә, ял көндәрендә дәрестәргә йөрөп, улар стипендия ла ала. Яңы һөнәр үҙләштереү өҫтәмә килем сығанағына әйләнә. Айына был 6900 һумлыҡ ярҙам була.
Ҡыҫҡартыуға эләккәнсе, бындай мөмкинлек менән ҡулланыу күпкә яҡшыраҡ. Әйткәндәй, федераль программа сиктәрендә республиканың тағы ун ойошмаһында ике меңдән ашыу кеше  эшсе һөнәрҙәр буйынса белемен камиллаштырған.
Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ эштәге ҡыҫҡартыуҙарға килтергәндә, был курстарҙың ойошторолоуы хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, предприятие етәкселегенә лә - ҡотҡарыу түңәрәге. Юғары квалификациялы белгестәрҙең булыуы етештереү кимәлен дә бермә бер арттыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку