Эшкә йөрөгән кеүек ОСАГО полисы артынан

Эшкә йөрөгән кеүек ОСАГО полисы артынан 11.08.2016

Ишембайҙа страховканы яңыртыу өсөн кәмендә ике ай сират торор кәрәк. Республиканың башҡа ҡалаларында лә хәл шәптән түгел.   Автомобиль төп транспорт сараһы булған инвалидтар һәм хаҡлы ялдағы ололар сараһыҙҙан беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

Өсөнсө төркөм инвалиды Радик Насиров өсөн был автомобиль берҙән-бер транспорт сараһы. 66 йыл руль артында йөрөүсе Радик Ҡарджубай улы аварияла таз һөйәген имгәткәндән һуң йәйәүләп алыҫ араларға йөрөй алмай. Быйыл июнь айынан бирле уның ҡорос аты ишек алдында тора. Хужаһы страховкаһыҙ руль артына ултырырға йөръәт итмәй. Уға  машинаға ҡунған туҙанды ғына һөртөргә ҡала. Радик Насиров кеүек 450 -ләп автомобиль хужаһы ОСАГО ойошмаһында страховкалау өсөн оҙон сиратҡа яҙылған һәм көн һайын килеп исемлектә үҙенең нисәнсе торғанын тикшерергә мәжбүр. Ишембайҙа һәм ауылда йәшәүселәр страховкаға сират проблемаһы менән тәүгә осрашҡан.
Яңы ғына һатып алынған автомобиль хужалары алдында ла ҡорос аттарына страховка юллау ҙур проблемаға әүерелгән. Еңел автомобиль хужаларына ОСАГО-нан тыш мөлкәтте,ғүмерҙе һәм пассажирҙарҙы страховкалау көсләп тағыла.
Анна Романова, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе: «Улыма машина бүләк иттек. Шул тиклем оҙаҡ һәм мәшәҡәтле булып сыҡты страховка юллауы. Икнсе көн йөрөйбөҙ. Алға китеш юҡ».
Халыҡ белдереүенсә йыл башынан Ишембайҙа дүрт страховка компанияһы эшләгән. Әлеге ваҡытта уларҙың офистары бикле. Берҙән-бер өмөттәре РОССГОССТРАХ-та булған. Әммә был ойошма ла август башынан алып бер генә полис та бирмәгән.
Күмертауҙа ла шундай уҡ хәл. Бында страховка көтөүселәрҙең һаны өс йөҙләп. Офистар бикле, башҡа ҡалаларҙа ОСАГО юллап булмай.
Алевтина Конева: «Стәрлетамаҡ беҙгә иң яҡыны. Әммә ир-аттар унан буш ҡайтты, уларға үҙегеҙҙең ҡалала юллағыҙ тигәндәр. Унда ла шул уҡ сират, хәлдәре беҙҙекенән шәп түгел».
Нисек кенә булмаһын ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙең һаны көндән-көн арта.Улар араһында хатта ҡул һуғышына ла барып етеүселәр бар.
Белгестәр бер тауыштан - был проблема күптәнән килә тип аҡлана. Страховка компанияларын ғәмәлдән сығарыу менән системаға ла ҙур зыян килә. Оҙон сираттар буйлап клиенттар ағымын бер генә эре фирма ла тотҡарлай алмай.
Юрий Шпизель, Башҡортостандың яуаплығы сикләнгән Росгосстрах филиалы директоры: «Республикала утыҙҙан ашыу копмания ОСАГО страховкаларын һатыуға акредитацияланған.Минең алда шундай һорау тыуа:улар бөгөн килеп ҡайҙа булған. РОСГОСТАРХ ҡына бөтә эште атҡарып сыға алмай».
Әлегә Рәсәйҙә бәхәсле  алты регион аталған. Уларҙа юл-транспорт ваҡиғаһының штрафтары полис һатыуҙан килгән барлыҡ аҡсанан күберәк йыйыла. Был субъекттарҙы дөйөм агент эшмәкәрлеге тәжрибә  булараҡ индерелгән. Ябай тел менән әйткәндә, бер-нисә страховкалау  компанияһы араһындағы юғалтыуҙарҙан килгән сығымдар автоматик рәүештә бүленә  һәм  эшләүе еңелерәк була.                                
Татьяна Гладкова, Башҡортостандың милли банкының бүлек мөдире: «2017 -cе йылдың беренсе ғинуарынан барлыҡ страховка компаниялары өсөн  электрон полистар һатыу мәжбүри буласаҡ. Ошондай саралар мәсьәләне еңеләйтергә ярҙам итәсәк».
Әлегә Башҡортостан бәхәсле биләмәләр исемлегендә түгел. Әммә шуға ҡарамаҫтан  Республика Хөкүмәте беҙҙең төбәкте был исемлеккә индереү юлын эҙләй. Яңы система эш башлаған осраҡта, бөтә төбәктең автоһәүәҫкәрҙәре проблемаһын ауыр юғалтыуҙарһыҙ хәл итергә форсат буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика