Эшкә ҡайҙа барырға?

Эшкә ҡайҙа барырға? 09.09.2016

Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү предприятиелары  алты йөҙҙән ашыу эш урыны тәҡдим итте.

Бындай йәрминкәләр аҙна һайын үткәрелә. Эш эҙләүселәр бер ҙә кәмемәй, ти мәшғүллек үҙәге вәкилдәре. Айгиз Яппаров электрик һөнәрен үҙләштергән, айҙан ашыу эшһеҙ интегә. Шуға ла егет мәшғүллек үҙәге ойошторған йәрминкәгә мөрәжәғәт итә.
Мәшғүллек үҙәгендә шулай уҡ эш эҙләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Бында эшкә урынлашыу ҡағиҙәләре менән танышырға мөмкин. Скайп аша предприятиелар менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге лә булдырылған.
Вакансиялар йәрминкәһенә республика район-ҡалаларынан килеүселәр ҙә бар. Күптәр эшкә үҙҙәренең һөнәре буйынса урынлашырға теләй.
Белгестәр мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына яуап,  йәштәргә һөнәр  һайлау буйынса йүнәлеш  бирҙе.  Мәшғүллек үҙәге ойошторған вакансиялар йәрминкәһендә  күптәр үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку