Эшҡыуарлыҡты үҫтереү алымдары...

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү алымдары... 27.05.2015

Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Республика йүнселдәре кәңәшмәләрҙә ҡатнаша, тәжрибә уртаҡлаша.  Ҡатмарлы иҡтисади хәлдән сығыу юлдарын эҙләү, республикала эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында уҙғарылған аҙналыҡтың төп саралары «Аҡбуҙат» ипподромында бара.

Бөгөн эшҡыуарҙар өсөн стартаптар бәйгеһе тип аталған тренинг уҙҙы. Башҡортостандың 16 районынан йыйылған йүнселдәр дүрт командаға бүленеп ярышты. Унда эшҡыуарҙарҙың бизнес төҙөү  оҫталығы тикшерелде.
Аҙналыҡ сиктәрендә «Алтын Меркурий» төбәк конкурсы лауреаттары билдәләнде. Төҙөлөштә, хеҙмәт, сәнәғәт өлкәһендә уңышлы эшләүселәргә премиялар тапшырылды. «Йәшел йорттар» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте Бөтә Рәсәй кимәлендәге сауҙа сәнәғәт палатаһының премияһына лайыҡ булды. Өс йыл эсендә етештерелгән продукцияның сифаты өсөн компания егерменән ашыу бүләк ала. Улар экологик һәм энергияны файҙалы ҡулланыусы торлаҡ йорттар төҙөй. Тәүге проект 2012 йылда тормошҡа ашырылып, тотош илгә таратыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку