Эшҡыуарҙар өсөн ҡотҡарыусы ҡулсатыр асырға ризамын

Эшҡыуарҙар өсөн  ҡотҡарыусы ҡулсатыр асырға ризамын 19.03.2015

Был турала  бөгөн Республика Башлығы урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Был һөйләшеүҙе февралдәге фекер алышыуҙың дауамы тип әйтергә мөмкин. Ултырышта йүнселдәрҙе  борсоған проблемалар, һалымға ташламалар, административ кәртәләрҙе сикләү хаҡында һүҙ барҙы.

Эшҡыуар Валерий Мачневтың  цехында тулыһынса тәбиғи продукттарҙан торған  кондитер ризыҡтары бешерәләр, тәмлекәстәргә  зарарлы ҡатнашмалар өҫтәлмәй . Тик  хужаларға әҙер ризыҡтарҙы һатыуға сығарыу  ауырға тура килә. Сауҙа нөктәләре  химия ҡушылған сит ил аҙығына өҫтөнлөк бирә, сөнки улар  тиҙ генә боҙолоп бармай. Бигерәк тә федераль  селтәрҙәргә эләгеүе  ҡыйын, ти эшҡыуар. Улар хеҙмәттәшлек иткән өсөн аҡса алыуҙан да тартынмай.
Республикала шулай уҡ административ кәртәләр арҡаһында үҫешә алмаған,  хатта, үҙ эшен ябырға мәжбүр булған эшҡыуарҙар бар. Бөгөнгө иҡтисади көрсөк шарттарында йүнселдәргә ҡамасауларға ярамай, был ҡамасаулау дөйөм үҫеште лә тотҡарлаясаҡ. Сөнки  ҡаҙна  тап ошо предприятиеларҙың табышынан  туплана, тип билдәләнде ултырышта.
Аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар  иҡтисади көрсөктө еңел үткәрә, әммә яңы   предприятиелар асыу өсөн һалым ташламалары, шарттары тыуҙырыу талап ителә, ти улар. Әлеге импортты  алмаштырыу шарттарында иһә  яңы тауарҙарға ихтыяж ҙур. Ҡайһы бер йүнселдәр  иҡтисади проблемаларҙы  файҙаланып яңы үҫеш юлдарын барлай.
Осрашыуҙа  штаб ойоштороу тәҡдиме индерелде. Мин  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтерәсәк һәр бер яңылыҡты ҡарарға риза, тине Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән, йүнселдәргә һалымға ташламалар биреүсе закон проекты бюджетҡа 3-4 миллиард һум юғалтыу килтерәсәк. Шуға ҡарамаҫтан был ҡануни документты апрелдән ҡалмай ҡабул итеү күҙаллана.
Был йылдың ике айы сәнәғәт предприятиеларының етештереү күләме  артыуын күрһәткән, үткән йылдың ошо уҡ айҙары менән сағыштырғанда,  яҡынса 3, 7 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡыта финанс күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә.  Был  шарттарҙа  бюджеттың төп терәге булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ҡала, тик файҙа алыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу ғына зарур.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку