«Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө»

«Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө» 21.09.2016

24 сентябрь иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығында һәм 12 территориаль бүлексәлә, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә күләмле акция уҙғарыла.

Уның сиктәрендә санитар-эпидемиология талаптары хаҡында аңлатыу эше алып барыла, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса техник регламенттарҙың һәм ҡануниәттең дөрөҫ үтәлеше ҡарала. Сара барышында юридик шәхестәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен 2017 йылда ойоштороласаҡ тикшереүҙәрҙең яңы тәртибе менән таныштырыу күҙаллана, административ яуаплылыҡ хаҡында ла һүҙ барасаҡ.
Александр Жеребцов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан  идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Акцияла ҡатнашыусылар мотлаҡ талаптарҙың теүәл үтәлешенә ҡағылышлы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап һәм консультация аласаҡ. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Сара ойоштороласаҡ урындар хаҡында мәғлүмәт Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы рәсми сайтында күрһәтелгән».
02.rospotrebnadzor.ru

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку