Эшҡыуарҙарға - йәшел ут

Эшҡыуарҙарға - йәшел ут 02.09.2014

Бөгөн инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Кредит гарантиялары агентлығы араһында  хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был документ республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ  субъекттарына яңы мөмкинлектәр аса, кредитлау шарттарын яҡшырта. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү,  инвестициялар йәлеп итеү буйынса етди эш алып барыла. Мәҫәлән, инвесторҙарҙың килеме ун йылға һалымдан азат ителә, милеккә һалым һалынмай. Был тәңгәлдәге сәйәсәт һөҙөмтәһен дә бирә, һуңғы ярты йыллыҡта ғына инвестициялар күләме  11 процентҡа артып 100 миллиард һумға барып баҫҡан. Рейтингта Башҡортостан 4 йыл элек 16-сы баҫҡыста килһә, хәҙер 10-ға тиклем күтәрелгән.
Кредит гарантиялары агентлығы етәксеһе Галина Изотова фекеренсә, Башҡортостандың ҡеүәте ҙур. Ойошма  республикала  эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға этәргес яһаясаҡ. Агентлыҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы,  быйыл яҙ  ойошторолған.  Уның устав фонды - 50 миллиард  һум. Әммә был агентлыҡ кредит бирә тигәнде аңлатмай, ул  банк менән эшҡыуарҙар араһында  гарант булып  сығыш яһай. Ойошма әле үк Башҡортостанда ике инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа  ярҙам күрһәтергә әҙер. Проекттарҙың береһе - Стәрлетамаҡта торлаҡ йорт, икенсеһе - Өфөләге «Нефтсе» спорт комплексы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку