Эш булһа ауылдың киләсәге лә яҡты

Эш булһа ауылдың киләсәге лә яҡты 26.12.2016

Әммә бының өсөн төбәктәргә инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк. Ошо маҡсатта республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә социаль-иҡтисади үҫеш уртаса сроклы комплекслы программа ғәмәлгә ашырыла. Ул райондарҙа яңы предприятиелар асыуға, бюджетты тулыландарыуға һәм, иң мөһиме, ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итергә ярҙам итә. Яңы йыл алдынан Әбйәлил районы Хәлил ауылында «Колибри» йәмғиәтенең сираттағы теген цехы сафҡа инде.

Ваҡытында гөрләп торған Киров исемендәге хужалыҡ тарҡалғандан һуң Хәлил ауылында йәшәүселәрҙең күбеһе эшһеҙ ҡалды. Бындай күренеш илдең барлыҡ төбәктәре өсөн дә хас. Мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙең берҙән-бер юлы - инвесторҙар йәлеп итеү. Ошо йәһәттән республиканың Урал аръяғы райондарында боҙ урынынан ҡуҙғалды тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. «Колибри» йәмғиәте генә теген цехтары асып Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында 500 кешене эш урыны менән тәьмин итте.
Хәлил ауылындағы цех элекке дауахана бинаһында асылды. Эшҡыуар уны төҙөкләндереп, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға 10 миллион һум самаһы инвестиция йүнәлткән. Бөгөн бында төрлө ауылдарҙан 37 кеше эшләй. Улар өсөн уңайлы шарттар, ситтән килеүселәргә ятаҡ булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр ике ай дауамында эшкә өйрәнә. Шулай уҡ уҡыу мәлендә һәр тегенсегә стипендия түләү ҡаралған.
Яңы цехтың штаты әле тулыһынса тупланмаған. Шуға ла тегенселәр йыйыу дауам итә. Теген машинаһы артына ултырған ҡатын-ҡыҙҙар араһында ир-егеттәрҙең дә булыуы ҡыуаныс. Әйтергә кәрәк, эшкә бында һәр кем рәсми рәүештә алына. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялына китеүселәргә пособиелар түләнә, пенсия фондына иғәнәләр күсерелә.
Төрлө һөнәр эйәләре бөгөн үҙҙәренә яңы йүнәлеш аса. Улар араһында һауынсы ла, механизатор ҙа, ашнаҡсы ла, хужабикәләр ҙә бар. Был Әбйәлил районында асылған икенсе теген цехы. Тәүгеһе йыл ярым самаһы элек Дәүләт ауылында сафҡа ингәне. Киләсәктә ошондай уҡ цехты Боранғолда асыу күҙаллана.
Киләһе йыл Хәлилдә «Һаумыһығыҙ,ауылдаштар!» байрамы үтәсәк. Осрашыуға әҙерлек әле үк башланған. Урындағы халыҡ һәм район ярҙамында юлдар тәртипкә килтерелде, мәктәптә ремонт үтте, мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы алыштырылды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙаре хөрмәтенә ҡуйылған обелискты яңыртыу ҙа төп бурыстарҙың береһе булып ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку