Ер участкаларына хоҡуҡ теркәүе документы юллау өсөн межалау талап ителмәй

Ер участкаларына хоҡуҡ теркәүе документы юллау өсөн межалау талап ителмәй 26.01.2018

Милек хужаларына ер участкаларын межалау кәрәк тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй.  Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ерҙе межалауҙың  мотлаҡ булыуы тураһында киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан белдереү ялған.

Ер участкаларының сиктәре билдәләнмәһә лә, ул ергә хоҡуҡ теркәүе эшләүгә ҡаршылыҡ була алмай. Межалау әлбиттә, ҡамасауламай, ул күрше участка менән сиктәрҙе теүәл билдәләргә ярҙам итә, әммә закон тарафынан уны яһатыу төп талап түгел, был һәр кемдең үҙ иркендә.
Наталья Шаһиева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы: «Ер участкаһына хоҡуҡ теркәү документы өсөн межалау кәрәк түгел. Мәҫәлән, кемдер ер участкаһын һатырға йыйына икән, уны бер ҡаршылыҡһыҙ икенсе кеше исеменә күсерә ала, уның өсөн хоҡуҡ теркәү документы булыуы ла етә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку