Ер ниңә ҡиммәтләнгән йәки артығын түләргә әҙер түгелбеҙ?

Ер ниңә ҡиммәтләнгән йәки артығын түләргә әҙер түгелбеҙ? 14.01.2016

Иглин районында халыҡ төҙөлөш участкаларына кадастр хаҡы артыуы менән килешмәй. Яңы законға ярашлы, уның нигеҙендә һалым күләме билдәләнә

Шарттар юҡ, ә һалым түләргә кәрәк. Иглин районы ишле ғаиләләре ризаһыҙлыҡ белдерә. 2012 йылда уҡ социаль программа нигеҙендә алынған ер участкаһы һаман да ҡола яланды хәтерләтә, тип шаулаша улар. Күптәр төҙөлөштө лә башламаған, инфраструктура юҡ. Ә һалым квитанцияһындағы хаҡтар  ауыл үҙәгендәге ерҙәрҙәгенән һис кенә лә айырылмай.
Иглин ауылындағы тыныслыҡты ергә кадастр хаҡының үҙгәреүе  боҙған. Урындағы халыҡ уны ғәҙел билдәләнмәгән тип бара. Ҡола яландағы 15 сутый  миллион ярым һум күләмендә баһаланған. Ошондай уҡ хаҡтар инфрастуктураһы үҫешкән ауыл үҙәгендәге участкалар өсөн  бирелә тип билдәләй ризаһыҙлыҡ белдереүселәр.
1 ғинуарҙан ысынлап та, ер майҙандары өсөн хаҡтар үҙгәрҙе тип бара Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең федераль кадастр палатаһы филиалы вәкилдәре.
Башҡортостан хөкүмәтенең 2015 йылдың 17 ноябрендәге 482-се күрһәтмәһенә нигеҙләнеп  кадастрға  үҙгәрештәр индерҙек
Законға ярашлы, ергә кадастр хаҡы күп тигәндә 5 йыл һайын яңыртылып торорға тейеш. Баҙарҙағы көнүҙәк үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыу өсөн эшләнә был. Барлыҡ күсемһеҙ милеккә  хаҡҡа инфраструктура ҙур йоғонто яһай.  Йәғни, электр, һыу, газ селтәрҙәре һуҙылған, юл һалынған участкалар ҡола яландағынан күпкә ҡиммәтерәк баһаланыуы сер түгел тип билдәләй белгестәр.  Иглиндәге осраҡ урындағы хакимиәт тәғәйенләгән хаҡ билдәләүселәрҙең техник хатаһы  булыуы ихтимал, шуға ла риза булмаусыларға дәғүәләрен закондағы тәртип буйынса белдереүҙәре мөһим тигән фекерҙә республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары  Илнур Әбсәләмов.
Иглин ауыл биләмәһе дотациялар иҫәбенә көн күрә. Урындағы властар әле төҙөкләндереү эштәрен ниндәй аҡсаға башҡарырға тип баш вата. Ысынлап та, ҡола ялан үҙенән-үҙе  гөл-баҡсаға әйләнмәҫлеге көн кеүек асыҡ. Шуға ла социаль программа буйынса ер участкаһы алыусыларға үҙҙәре йәшәйәсәк  төбәкте камиллаштыу өсөн иғәнә индерергә ваҡыт тип билдәләй белгестәр. Заманыбыҙҙа был өлөш һалым тип атала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика