Емерек баракта ла тормош бар

Емерек баракта ла тормош бар 25.09.2017

2015 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса 118  кеше яңы фатир асҡысы алған. Әммә урындағы хакимиәт өсөн барактарҙы һүтеү мәсьәләһе  киҫкен ҡала. Йәшәү урыны буйынса бында теркәлмәгән  граждандар иҫке торлаҡты бушатыуға ҡаршы.

Елена Хөсәйенова ғаиләһе менән икенсе йыл баракта утһыҙ интегә.  Авария хәлендәге күп фатирлы торлаҡты һүтеү бурысы ҡуйылған. Әммә ҡатын йәшәгән урынын ҡалдырып китергә ашыҡмай. Теүәл ун өс йыл элек ул был өйгә күсенгән була, әммә рәсми яҡтан үҙенә теркәп кенә өлгөрмәй. Күршеләре иһә барлыҡ документтары теүәлләнгәс, 2015 йылда уҡ дәүләт программаһына ярашлы, яңы фатир асҡыстарын алған.
Елена Хөсәйенова, баракта йәшәүсе: «Беҙгә фатирҙы бушатырға ҡушалар. Төрлө янау һүҙҙәрен дә ишетергә тура килә - йәнәһе лә бульдозер аҫтында ҡалыуыбыҙ ихтимал. Торлаҡ һүтелергә тейеш бит. Район хакимиәтенән, хатта, юрист та килеп китте. Ҡайҙа барайыҡ беҙ?! Урамда ҡалайыҡмы?!»
Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында авария хәлендә тип танылған  тиҫтәгә яҡын йортто урындағы халыҡ ташлап китергә ашыҡмай. Яңы фатирға дәғүә итерҙәр ине -  бында теркәлмәгәндәр. Ҡасандыр 20-70 мең һумға һатып алынған был квадрат метрҙар рәсми яҡтан уларҙыҡы түгел.  
Төҙөүселәр урамында яртылаш һүтелгән барактар күп. Әйтәйек, был стена артында өс балалы ғаилә йәшәй. Улар башҡа фатирҙы ҡуртымға алып йәшәүгә ҡырҡа ҡаршы, финанс мөмкинлектәре юҡ. Ә бит торлаҡ бына-бына емерелеүе ихтимал.
Яуым-төшөм, көслө дауыл була ҡалһа, бәләне көт тә тор. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған торлаҡ кеше ғүмерҙәре өсөн хәүеф менән янай. Әммә урындағы халыҡ иртәгәһе өсөн борсолмай, күрәһең.
Олокүлдә барлығы утыҙ өс йорт авария хәлендә тип иҫәпләнгән була, 2015 йылдан дәүләт программаһына ярашлы, йөҙҙән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшырта. Әммә яңы төҙөлгән йортҡа күсеү ҡайһы берәүҙәрҙе борсоуға һала. Бирелгән квадрат метрҙарға ризаһыҙлыҡ арҡаһында, һаман баракта йәшәүен дауам итеүселәр бар.  
Ауыл хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, йәшәү урыны буйынса  теркәлмәй тороп  барак тормошон ҡалдырырға ашыҡмаусылар менән судлашырға ғына тороп ҡала. Сөнки авария хәлендә ҡалған йорттарҙы һүтергә кәрәк.
Күптәр баракты бер ниндәй документтар тултырмай,  расписка яҙып ҡына һатып алған була. Хәҙер иһә закон уларҙың яғында түгел. Иҫке торлаҡ ер менән тигеҙләнә икән, тимәк, улар ҙа урамда тороп ҡала тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку